+18 °С
Облачно
События и факты
5 Марта 2022, 06:34

Ун өсөнсө «Әбделкәрим саңғы юлы»

Беҙҙең ауылда яңынан байрам, сираттағы «Әбделкәрим саңғы юлы» ярыштары уҙҙы. Быйыл беҙ уларҙы Пекиндағы ХХIV ҡышҡы Олимпиада уйынына арнаныҡ. Беҙҙең ҡатнашыусыларҙың географияһы йылдан-йыл киңәйә. Ырымбур, Туймазы, Октябрьский, Бәләбәй ҡалаларынан, Йәрмәкәй, Туймазы һәм Бәләбәй райондарынан даими ҡунаҡтарға Өфө һәм Абдуллино ҡалаларынан да спортсылар ҡушылды.

Ярыштарҙы Йәрмәкәй ауыл биләмәһе башлығы Нурислам Тимеров асты. Ул ҡыҫҡаса ғына ауылдың спорт тарихына туҡталды, физкультура уҡытыусылары Валерий Шевченко һәм Рузил Фәттәховты яҡшы һүҙҙәр менән иҫкә төшөрҙө. «Ҡатын-ҡыҙҙар планетаһы» берләшмәһенә һәм барлыҡ иғәнәселәргә бындай иҫ киткес сараны уҙҙырыу мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерҙе. Ысынлап ға, ҡарағыҙ әле, күпме ҡунаҡ беҙҙә, күпме шатлыҡ, һәр кемдең кәйефе яҡшы! Район хакимиәте башлығы Илшат Райманов спортсыларға яҡшы старт теләне.

Ярыштарҙың флагын күтәреү хоҡуғы был спорт төрөндә күп тапҡыр еңеү яулаған Венера Хәйруллинаға бирелде. Баш судья Руслан Шәрифуллин (һүҙ уңайынан, Рузил Фәттәховтың уҡыусыһы) ярыштарҙы үткәреү ҡәғиҙәләре һәм тәртибе менән таныштырҙы. Старт ваҡыты етте.

Иң йәш, 2012 йылда тыуған һәм унан кесерәк малайҙар һәм ҡыҙҙар, старт алды. Беренсе булып Түбәнге Троицкий ауылынан Асҡар Стародубцев килде, икенсе урында – Йәрмәкәйҙән Рафаэль Зарипов, өсөнсөлә – Туймазынан Тимур Исламов. Улар менән бер үк ваҡытта дистанцияға 60 йәштән өлкәнерәк ир-егеттәр һәм 55 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар сыҡты. Айрат Яруллин һәм Рамил Латыйфский (Ырымбур) тиҙ арала дистанцияны уҙып, беренсе һәм икенсе урындар-ҙы алды. Өсөнсө булып беҙҙең Әбделкәрим егете Фәнүр Ғилманов килде. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында был йәш категорияһында Ырымбурҙан Валентина Трофимова еңде, Күлбайҙан Рәсимә Шакирова – икенсе, Ялан Шишмә ауылынан Валентина Фёдорова өсөнсө булды. Йылдан-йыл саңғыға беҙҙең ветерандарыбыҙ Әмин Баҙиҡов һәм Нурғәли Аҫылбаев сыға, уларға һикһәндән ашыу йәш. Ветерандар күңелдәре менән ҡартаймай!

Һауа торошо һынатманы, йылы һәм елһеҙ булды. Алдағы көндәрҙә буран булыуға, бик күп ҡар яуыуға ҡарамаҫтан ярыштарҙы үткәреү урыны бик яҡшы әҙерләнгән ине, бының өсөн Н. Тимеровҡа ҙур рәхмәт. Ә йыл һайын трассаны әҙерләү менән Радик Рафиҡов шөғөлләнә, көҙҙән үлән саба, унан ҡар санаһында, ҡыш дауамында ҡар баҫтырып тигеҙләп йөрөй.

Ярыштар дауам итте. Ялан Шишмә ауылынан Виталий Григорьев, Йәрмәкәйҙән Дамир Бәҙриев һәм Фәнис Бәширов, Әбделкәримдән Венера Хәйруллина кеүек даими ҡатнашыусыларыбыҙҙы билдәләп үтәһе килә. Улар сараны үҙ сығышта-ры менән биҙәй, даими рәүештә призлы урындар ала.

Ялан Шишмә ауылынан Дарина Фёдорова, Бәләбәй ҡалаһынан Ева Убайдуллаева, Исламбахтынан Динар Мофаздалов, Дарья Пятакова, йәрмәкәйлеләр Самира Гәрәева, Карина Фаризуллина, Вадим Чукаев һәм Данил Вәлиәхмәтов йылдан-йыл яҡшы сығыш яһай.

Спортсылар өсөн йән атырға өл-кәндәр ҙә, кеселәре лә йыйылды. Улар финиш трассаһы буйында теҙелеп баҫты һәм көслө тауыштар менән саңғысыларҙы дәртләндерҙе. Ә тирмә эргәһендә был ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙар – беҙҙең ауыл активистары бөтәбеҙҙе лә хуш еҫле былау һәм ҡайнар сәй менән һыйланы. Ғәҙәттәгесә, дүрт ҡаҙан былауҙы Рауил Файзуллин һәм Абдушукур Мирзоматов әҙерләне.

Өҫтәлдәр өйҙән килгән ҡамыр ризыҡтары, тәм-томдар һығылып торҙо. Күп ҡунаҡтар күстәнәстәр менән килде. Әбделкәрим мәктәбен тамамлаған Рәмил Ғәниев бына бер нисә йыл рәттән «Әбделкәрим саңғы юлы» тип яҙылған ҙур торт алып килә. Азат Хәкимов икмәк менән тулыһынса тәьмин итә. Ырымбурҙан Яруллиндар ғаиләһе дә ҙур торт алып килгән.

Йыл һайын беҙҙең ил буйынса йәшәүсе әбделкәримлеләр һәм ауыл халҡы әлеге спорт байрамында әүҙем ҡатнаша, ә быйыл төп иғәнәсе – «Спартак-Агро» хужалығы етәксеһе Аҡбаров Рауил булды.

Был ваҡытта китапханасы Әлфиә Рафиҡова һәм мәҙәни ойоштороусы Әлфирә Шәрифуллина бәләкәй балалар менән кесе һабантуй үткәрҙе. «Ҙур ярыштар», «Саналарҙа эстафета», «Йылы берлога», «Ҡапсыҡ кейеп йүгереү», «Арҡан тартышыу» уйындары ойошторолдо. Балалар бик әүҙем ҡатнашты һәм бүләктәр алды.

Алып барыусы Азиз Ташалиев сараны күңелле итеп үткәрҙе. Алһыу Йыһаншина, Валентина Павлова башҡарыуындағы дәртле йырҙар спортсылар рухын күтәрҙе. Гармунсыларыбыҙ Рәмис Шәйһанов, Әхәт Хәмиҙуллин, Рәис Ханнанов, Фәнис Камалов халыҡты бейетте. Урта Ҡарамалы ауыл клубы мәҙәни ойоштороусыһы Александр Гаврилов бына инде бер нисә йыл видео төшөрә, ҡунаҡтар һәм ҡатнашыусыларҙан интервью ала, шул рәүешле ауылыбыҙҙың спорт тарихын булдырырға ярҙам итә, бының өсөн уға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Ҡатнашыусылар бүләкләү танта-наһына теҙелеп баҫты. Бөтә при-зёрҙар ҙә Йәрмәкәй ауыл биләмәһе башлығы Нурислам Тимеров һәм ауыл депутаты Радик Рафиҡов ҡулынан грамоталар, кубоктар, миҙалдар һәм ҡиммәтле приздар алды. Шулай уҡ беренсе тапҡыр саңғыға баҫҡан иң йәш әбделкәримлеләрҙе лә бүләкләнеләр. Был – София һәм Эмиль Хикмәтуллиндар, Артур Шәрифуллин.

«Әбделкәрим саңғы юлы»н ойоштороусылары район мәҙәниәт һарайы, ДЮСШ коллективтарына әлеге сараны үткәреүҙә ярҙам иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе.

«Әбделкәрим саңғы юлы»ның ун өсөнсө сезоны шуның менән тамамланды. Ҡунаҡсыл ауыл киләһе йылға ла барыһын көтә. Яңы осрашыуҙарға тиклем, дуҫтар!

Спорт менән шөғөлләнегеҙ, спорт – ул сәләмәтле тормош!

 


Зарима Ғилманова.

Мансур АРЫҪЛАНОВ фотоһы.

 


Комментарийҙар:

– Бөгөн беҙ Йәрмәкәй районында саңғы ярышында ҡунаҡ булдыҡ. Әбделкәрим ауылы халҡының ҡунаҡсыллығына һоҡландыҡ – былау, ҡоймаҡ, торт һәм башҡа тәм-томдар менән һыйландыҡ. Ҙур рәхмәт! Байрамды бик яҡшы ойошторғандар. Беҙҙә күршеләребеҙҙең тәжрибәһен өйрәнербеҙ әле. Фёдоровтар ғаиләһенә дәртле эстафета өсөн рәхмәт белдерәм, әммә бөгөн беҙ бер аҙ көслөрәк булдыҡ. Ә һеҙҙә буласаҡ чемпион үҫә һәм был ысынлап шулай.

Ләйсән Насирова

(Туймазы ҡалаһы).

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас