Ҡыш – тәбиғәт ял иткән ваҡыт, үҫемлектәрҙә емештәр бик аҙ ҡала. Ҡоштарға йылдың был ваҡытында ашамлыҡ табыуы бик ауыр, шуға күрә кешеләр ҡанатлы дуҫтарға тамаҡ туйҙырырға ярҙамлашырға тырыша.
Ҡоштарға төрлө ризыҡ бирергә мөмкин. Йыш ҡына тағараҡтарға төрлө ярмалар һибәләр. Дөгө, бойҙай, һоло, арпа, “геркулес”, кукуруз, тары бирергә була. Әгәр ағастан эшләй белмәһәгеҙ йәки ваҡыт һәм сабырлығығыҙ булмаһа, әммә ҡоштарҙы яратаһығыҙ һәм уларға ҡышын ярҙам итергә теләһәгеҙ, пластик шешәнән тағараҡ яһап ҡарағыҙ. Был иң ябай ысулдарҙың береһе, ә инде балаларығыҙ менән бергәләшеп яһаһағыҙ – тағы ла.
Ярманы сей килеш йәки бешереп бирергә була. Көнбағыш орлоҡтары – ҡоштар өсөн кәрәкле аҙыҡ компоненты. Уны күп ҡоштар ярата. Был орлоҡта май күп, тимәк, калорияһы ла аҙ түгел, шуға күрә улар яҡшы энергия сығанағы. Ҡышын ҡоштарҙы һаҡлайыҡ!
Ләйсән Давыдова,
ғаилә хеҙмәте белгесе.