+18 °С
Облачно
События и факты
24 Февраля 2022, 11:11

Йырсы Айҙар Ғәлимовҡа Салауат Юлаев ордены тапшырылды

Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов 23 февралдә үҙенең 55 йәше тулған көндә Салауат Юлаев орденын алды.

Республика башлығы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған байрам концертында популяр артистҡа сәнғәттә күп йыллыҡ уңышлы эшмәкәрлеге һәм Башҡортостандың милли мәҙәниәте үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн юғары награда тапшырҙы.

- Тыуған көнөндә һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөндә Радий Фәрит улы ҡулынан бындай юғары награданы алыу минең өсөн оло хөрмәт. Мин үҙ республикамды яратам һәм илебеҙҙең теләһә ҡайһы төбәгендә уның хаҡында иң ихлас һүҙҙәр генә әйтәм. Артабан да мөмкин булғанса йырҙарым менән һеҙҙе ҡыуандырасаҡмын. Рәсәйгә һәм тыуған Башҡортостанына хеҙмәт итәм, - тине Айҙар Ғәлимов наградлауҙан һуң.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас