+22 °С
Ясно
События и факты
22 Февраля 2022, 06:31

Туймазыла Туған тел көндә билдәле үҙешмәкәр композиторға таҡтаташ асыу мәсьәлә тикшерелде

Йыл һайын 21 февралдә бөтә донъяла Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә. Рәсәй өсөн, шул иҫәптән Башҡортостан өсөн дә, был байрам айырыуса көнүҙәк, сөнки илебеҙҙә граждандар 150-гә яҡын телдә һөйләшә, республикабыҙҙа 100-ҙән ашыу милләт вәкиле йәшәй.

Туймазыла Туған тел көндә билдәле үҙешмәкәр композиторға таҡтаташ асыу мәсьәлә тикшерелдеТуймазыла Туған тел көндә билдәле үҙешмәкәр композиторға таҡтаташ асыу мәсьәлә тикшерелде
Туймазыла Туған тел көндә билдәле үҙешмәкәр композиторға таҡтаташ асыу мәсьәлә тикшерелде

Быйыл Туған тел көнө халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 90 йыллығына арналды. Ошо ваҡиға уңайынан Туймазыла, Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә райондың иң ҙур милли йәмәғәт берләшмәләре һәм диаспоралары вәкилдәре йыйылды.

Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Сергей Подоприхин, бөгөнгө ысынбарлыҡта Рәсәй халыҡтарының татыулыҡта һәм берҙәмлектә йәшәүен тағы бер тапҡыр күрһәтеү бик мөһим, тип билдәләне. Туймазы районы, Башҡортостан һәр ваҡыт тыныслыҡ һәм бер-беребеҙгә ярҙам итеү урыны булды. Халҡыбыҙ дөйөм маҡсаттар хаҡына берләшә, бәләгә тарығандарға ярҙам итә белә. Башҡа мәҙәниәткә ихтирамды һаҡлай белеү бының нигеҙе булып тора.

Милли йәмәғәт берекмәләре һәм диаспоралары етәкселәре үҙ халҡының билдәле шағирҙарының шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.

Шулай уҡ был көндө Туймазы районы хакимиәте ҡарамағындағы терминология комиссияһының ултырышы уҙҙы, унда бик мөһим мәсьәлә тикшерелде.

Район һәм ҡала Әкрәм Дауытовҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыу идеяһын тәҡдим итте. Уны ҡасандыр талантлы яҡташыбыҙ йәшәгән Туймазы ҡалаһының Комаров урамындағы йортҡа ҡуйыу күҙаллана. Комиссия ағзалары таҡтала яҙыласаҡ мәғлүмәттең йөкмәткеһен тикшерҙе, үҙ төҙәтмәләрен һәм тәҡдимдәрен индерҙе. Артабан был проект БР Хөкүмәтендә тейешле хеҙмәттәргә тикшереүгә ебәреләсәк.

 

Туймазыла Туған тел көндә билдәле үҙешмәкәр композиторға таҡтаташ асыу мәсьәлә тикшерелде
Туймазыла Туған тел көндә билдәле үҙешмәкәр композиторға таҡтаташ асыу мәсьәлә тикшерелде
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас