Был - профессионал булмаған кешеләр һәм йәштәр «Бәйге» ярышының бер төрө. Туймазы районы Төмәнәк аулындағы старттарҙы район-ара тип атарға мөмкин, сөнки Башҡортостандың Туймазы һәм Шаран райондары командалары ҡатнашты.
«Ҡаңлы» командаһы беренсе урынды алды. Стартҡа команданың тренеры - Туймазы ҡалаһы 4-се мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Азамат Мөҡсинов әҙерләне.
- Командабыҙҙың төп өлөшөн спортсы-көрәшселәр тәшкил итә, шуға күрә был старттарға үҙ көсөбөҙҙө һынап ҡарау өсөн сираттағы мөмкинлек булараҡ килдек. Балалар уйындарҙы баһаланы, уларға оҡшаны. Был бәйгелә тренер булараҡ мине йәлеп итерлек бер нисә фактты билдәләп үтәм. Беренсенән, был бәйге мускулдарҙың бөтә төркөмдәрен эшләтеүсе ярыштар. Икенсенән, һәр этапта ысын команда булып сығыш яһарға кәрәк. Иң мөһиме - ул командала эшләү, бер-береңә ярҙам итеү. Был сифаттар тормошта ла, спортта ла мөһим, - ти Азамат Мөҡсинов.