Туймазыла йәштәр десанты ике өлкәндәр өсөн һәм бер балалар поликлиникаһында, ҡабул итеү бүлмәһендә һәм стационарҙың бер нисә бүлексәһендә, шулай уҡ Ҡандра, Собханғол дауалау учреждениеларында эшләй.
- 12 өлкән курс студенты табип ярҙамсылары, БДМУ-ның беренсе курс 8 студенты һәм Туймазы медицина колледжының 68 студенты - бәйләнеш үҙәгендә, вакцинациялау кабинетында йәки регистратурала эшләй. Был көндәрҙә улар каникулда булырға тейеш, әммә йәштәр ең һыҙғанып эшкә тотондо, - ти Туймазы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Зәбир Ғиздәтуллин.
Башҡорт дәүләт медицина университетының бишенсе курс студенты Гүзәл Нәсибуллина 1-се поликлиникала эшләй. Дүшәмбе кис йәш медикка ике ял көнөндә Туймазы халҡынан килгән барлыҡ саҡырыуҙарҙы тапшырҙылар. Ә улар ике йөҙ тирәһе ине.
Гүзәл хәлде алдан асыҡлау өсөн һәр пациентҡа шылтыратты: уларҙа ковид, вирус инфекцияһы, грипп билдәләре бармы? Ауырыу еңелсә үткән осраҡта ул дауалау буйынса кәңәштәр бирә. Әгәр хәлдең етди булыуын аңлаһа, «ашығыс ярҙам» саҡыртырға, кешене стационарға ебәрергә йәки пациенттың өйөнә табип ебәрергә тигән ҡарар ҡабул итә.
Биш йыл элек, медицина университетына уҡырға ингәс, ҡыҙ профессияһына ни тиклем тиҙ үҙләштереүен күҙ алдына ла килтермәгән. «Тыныс» тормошта ул дерматолог булып эшләргә планлаштыра. Ә әлегә эпидемиологик хәл мәлендә поликлиникала эшләргә тура килә.
- Пандемия башланғас, беҙҙе өйҙән уҡыу планына күсерҙеләр, ҡайғырҙым, - ти студент ҡыҙ. - Уҡыу тулы булмаҫ, тип уйлағайным. Һуңынан тынысландым: дауаханалағы даими практика аудиториялағы дәрестәргә ҡарағанда күпкә ҡиммәтлерәк тәжрибә бирҙе. «Ашығыс ярҙам»да һәм Үҙәк район дауаханаһының төрлө бүлексәләрендә практика үтергә өлгөрҙөм инде.