+18 °С
Дождь
События и факты
17 Февраля 2022, 10:36

Туймазы районында өс көн эсендә 600-гә яҡын ковид менән ауырыған яңы пациент асыҡланған

Пандемия башланғандан алып муниципалитетта бөтәһе 8,2 меңдән ашыу сирле теркәлгән.

Бөгөн иртән Туймазы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Зәбир Ғиздәтуллин муниципалитетта коронавирусҡа бәйле хәл буйынса брифинг үткәрҙе.

17 февралгә ҡарата районда 8209 сирле теркәлгән. 14 февралдә улар 589 кешегә аҙыраҡ ине. Әлеге ваҡытта ковид-госпиталдә 124 пациент бар, тағы 3196 кеше өйҙә дауалана. Баш табип туймазыларға вакцина яһатырға кәңәш итте.

Районда вакцинацияланырға тейешле халыҡтың 86 процентына тулыһынса прививка яһалған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Туймазыла йоғошло сирҙәр госпитален был айҙа уҡ сафҡа индереү күҙаллана.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас