+18 °С
Ясно
События и факты
7 Февраля 2022, 11:02

Туймазыла вентиляция системаһын тикшергән билдәһеҙ кешеләр фатирҙар буйлап йөрөй

Улар бер нисә ҡала халҡын алдарға өлгөргән дә инде.

Бөгөн редакцияға фатирҙар буйлап йөрөгән һәм вентиляция системаһын тикшергән шикле кешеләр хаҡында хәбәр килде. Улар «Таҙа ҡала» компанияһы хеҙмәткәрҙәре тип танышалар һәм эш өсөн 4000 һум һорайҙар. Беҙ улар кешеләргә ҡалдырған килешеүҙең фотоһүрәттәрен алдыҡ.

Асыҡланыуынса, килешеү ялған булып сыға. Унда торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың идара итеүсе компанияһы директоры Раил Ғафаровтың исеме телгә алына. Әммә документта етәксеһенең фамилияһы хаталы - Гаффаров тип яҙылған.

Енәйәтселәр кеше алдай торған схема уйлап тапҡан. Улар идара итеүсе компания вентиляция системаһын планлы тикшереүе тураһында иғлан иткән йорттар буйлап йөрөй һәм һәр фатирҙан 4 мең һум йыя. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың идара итеү комитеты был хеҙмәтте бушлай, торлаҡты тотоу иҫәбенә күрһәтә икән.

«Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың идара итеү компанияһы»ның производство-техник бүлеге начальнигы Гөлнара Мөслимева һүҙҙәренсә, улар был эшкә аҡса йыймай, һәм гәзит уҡыусыларын, айырыуса ололарҙы енәйәтселәрҙе өйгә индермәүен һораны. Сөнки мутлашыусылар күберәк пенсионерҙарҙы алдай.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас