+13 °С
Облачно
События и факты
7 Февраля 2022, 11:10

Башҡортостанда шағир Рәми Ғариповтың 90 йыллығы уңайынан флешмоб башланды

Башҡортостан юлдаш телеканалы республика халыҡтары телдәрендә видеороликтар серияһын әҙерләй. Республикала йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәре Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырын уҡый.

«Туған тел» шиғырының тәржемәләре Башҡортостан юлдаш телеканалының социаль селтәрҙәге аккаунттарында урынлаштырылған. Теләге булған һәр кем флешмобҡа ҡушыла ала: үҙенең туған телендә шиғыр һөйләргә һәм #Тыуған тел2022 хештегы менән социаль селтәргә һалырға мөмкин.

«Туған тел» шиғырының рус, белорус, украин һәм саха телдәренә тәржемәләре билдәле. Быйыл исемлек тулыланды - хәҙер ул ҡырғыҙ, төркмән, ҡаҙаҡ, удмурт, мари һәм башҡа телдәрҙә лә яңғырай.

Проекттың продюсеры Наил Юнысов уны «халыҡтар дуҫлығы проекты» тип атаны һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тапшырыуҙың сығасағы, унда «Туған тел» төрлө телдәрҙә яңғыраясағы хаҡында һөйләне. Төрлө халыҡ вәкилдәре үҙҙәренең милли кейемендә шиғыр һөйләйәсәк.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас