+18 °С
Дождь
События и факты
3 Февраля 2022, 11:57

Туймазы районы ковид-ауырыу йоҡтороусылар һаны буйынса Башҡортостандың тәүге өс муниципалитеты иҫәбенә инә

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 2 февралгә коронавирус буйынса тулы мәғлүмәт баҫтырып сығарҙы.

Ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан сирлеләр һаны буйынса мәғлүмәттәргә ярашлы, Өфө антирейтингта беренсе урында килә. Унда бер айҙа 4,8 меңдән ашыу сирле теркәлгән. Артабан 643 сирле менән Салауат ҡалаһы килә. Өсөнсө урында - Туймазы районы.

 2 февралгә ҡарата районда 596 сирле теркәлгән. Муниципалитетта тәүлегенә үҫеш 75 кеше тәшкил иткән. Ковид-госпиталдә 70 пациент дауалана, тағы ла 718-е өйҙә дауалана. Бәйләнештә булғандар һаны 2 мең кешегә етте.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас