Вейп - электрон тәмәкене хәтерләтә торған прибор, уға тәм өсөн хуш еҫле шыйыҡса ҡушылған. Һуңғы ваҡытта йәштәрҙең был мауығыуы эпидемияға әүерелә бара.
Йәнәһе лә улар хәүефле түгел һәм тәмәке һымаҡ һаулыҡҡа зыян килтермәй. Ысынында иһә унда ароматизаторҙар, пропиленгликоль һәм башҡа өҫтәмәләр бар, улар ғәмәлдә бер нисек тә контролдә тотолмай.
- Вейпт артериаль ҡан баҫымының күтәрелеүенә сәбәп булып тора, инсульт һәм инфаркт барлыҡҡа килеү хәүефенә килтерә, - ти 1-се поликлиника мөдире Алмаз Хәбибуллин. - Электрон тәмәке ҡулланыу үпкәләргә зыян килтерә ала - бактериялы булмаған пневмония барлыҡҡа килтереүе мөмкин.
Был продукцияны бер кем дә сертификацияламай. Вейптар өсөн ҡатышманы теләһә ниндәй подвалда эшләүҙәре мөмкин. Һәм хатта легаль производствола ла бер ниндәй ҙә лаборатор контроль юҡ, ә ингредиенттарҙы кем күпме һалғанын белеп булмай.