+19 °С
Облачно
События и факты
31 Января 2022, 12:30

Туймазыла тәүге 60 үҫмер коронавирустан вакцина алды

Башҡортостанға коронавирусҡа ҡаршы «Спутник М» вакцинаһының беренсе партияһы килтерелде - 2880 доза. Препарат 12 йәштән өлкәнерәк балалар өсөн тәғәйенләнгән.

- Туймазы районында 12 йәштән алып балаларҙы вакцинациялау кампанияһы башланды. Районға 60 доза күләмендәге вакцинаның беренсе партияһы тулыһынса файҙаланылған, - тип хәбәр итте Туймазы үҙәк район дауаханаһының балалар поликлиникаһы мөдире Клара Ғиздәтуллина.

Медицина колледжы студенттары 17 йәшлек Виктория Селиверлыҡа һәм 18 йәшлек Алмаз Әлмөхәмәтов 15 йәштән өлкән булғанлыҡтарынан, вакцинациялау тураһында ҡарарҙы үҙаллы ҡабул иткәндәр, быға ата-әсәләрҙең ризалығы талап ителмәй.

- Миңә оҙаҡламай дауаханаға практикаға барырға кәрәк, вирус йоҡтороу йәки ауырыуҙар өсөн вирус таратыусы булыу ихтималлығы юғары. Өҫтәүенә ятаҡта йәшәйем, унда ла халыҡ күп, хәүеф бар. Шуға күрә бөгөн прививка яһатырға килдем, - ти Алмаз.

 - Вакцинация үтергә кәрәк. Хәҙер заман шундай. Шуға күрә иртәрәк килдем, әлегә прививка яһау кабинеты янында ҙур ажиотаж юҡ, - тип аңлатты Виктория.

 

13 йәшлек Наталья В. ковидтан прививканы яңғыҙы яһатырға килгән, ләкин үҙе менән ата-әсәнең ҡултамғаһын алып килгән. Уның һүҙҙәренсә, ул вакцинацияға үҙе күптән прививка яһатҡан әсәһенең ныҡышмалығы буйынса барған, хәҙер иһә ҡыҙын сирҙән һаҡларға теләгән.

Прививка кабинеты ишектәрендә сиратта оло йәштәге ҡатын тора. Асыҡланыуынса, уның 17 йәшлек улы Русланды прививкаға оҙатырға ниәтләүе асыҡлана.

- Улым алты айҙан бронхиаль астма менән яфалана, йәғни коронавирус менән ауырыған осраҡта хәүеф төркөмөнә инә, - тине ул. - Прививка яһатыу мөмкинлеге булыу менән уның менән файҙаландыҡ.

- Бер флаконда ковидҡа ҡаршы ике йәки биш доза вакцина булған өлкән препараттан айырмалы рәүештә, «Спутник М» флаконында бер доза ғына, йәғни һәр балаға бер флакон тотонола, - ти балалар поликлиникаһының прививка кабинеты шәфҡәт туташы Ләйсән Хисамова. - 21 көндән прививка яһатҡан балалар икенсе уколға киләсәк.

«Спутник М» вакцинаһының составы өлкәндәрҙеке кеүек, ләкин концентрацияһы биш тапҡырға аҙыраҡ. Тәү сиратта прививка хроник сирле балаларға яһатырға кәңәш ителә, сөнки улар хәүеф зонаһында.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас