+4 °С
Облачно
События и факты
6 Января 2022, 06:50

Беҙҙең Альберт иң яҡшылар рәтендә!

2021 йылда Башҡортостан республикаһында «Кирбес һалыу» компетенцияһы буйынса 7-се төбәк чемпионатында (WorldskillsRussia) ҡатнашыу хоҡуғына һайлап алыу ярыштары үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google

Ярыштарҙың төп маҡсаты – Тө-бәк чемпионатына ҡатнашыусылар һайлап алыу. Туймазы агросәнәғәт колледжының Шаран ауылындағы филиалы уҡыусыһы Альберт Танылбаев иң яҡшылар бишлегенә инде һәм, ғөмүми зачетта икенсе урынды алып, финалға сыҡты.

Төбәк чемпионаты финалы 2021 йылдың декабрендә Туймазы агро-сәнәғәт колледжында үтәсәк.

Альбертты әлеге уңышы менән ҡотлайбыҙ һәм төбәк чемпионатында уңыштар теләйбеҙ. Егетебеҙ ҡулдарында ут уйнатһын, кирбестәрен тигеҙ һәм оҫта итеп һалһын!

 

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас