+13 °С
Облачно
События и факты
5 Января 2022, 06:50

Линар Ғимаев – республиканың атҡаҙанған элемтәсеһе

Башҡортостандың дәүләт бүләктәренә 70-тән ашыу төрлө һөнәр эйәһе лайыҡ булды

Бүләкләнеүселәр араһында – Бәләбәй сервис үҙәгенең (Йәрмәкәй элемтә бүлеге) етәксе инженеры Линар Ғимаев. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм юғары һөнәр оҫталығы өсөн уға "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе" тигән исем бирелде.

Линар Зинфир улы 20 йылдан ашыу хеҙмәт стажына эйә. Өфө радиоэлектроника колледжын тамамлағандан һуң, ул район электр элемтәһе узелында электромонтёр булып хеҙмәт биографияһын башлаған. Әрме сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, туған коллективына ҡушыла. Үҙ вазифаларына һәр ваҡыт ҙур яуаплылыҡ менән ҡараған һәм оҫталығын арттырған. – Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһын тамамлаған.

Үҙ эшенең ысын оҫтаһы булып, хәҙер ул тәжрибәһен йәш хеҙмәттәштәренә тапшыра. Етәк-селәрҙең дә, коллективтың да лайыҡлы ихтирамын ҡаҙанған.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас