+20 °С
Облачно
События и факты
3 Января 2022, 05:10

Педагогтарға грант

Төбәк Башлығы ауылдарҙа эшләүсе йәш уҡытыусыларға гранттар булдырҙы. Грантҡа лайыҡ булыусылар араһында – Йәрмәкәй урта мәктәбенең башланғыс синыф уҡытыусыһы Гөлназ Нәжип ҡыҙы Шәмсуллина.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың июлендә Радий Хәбиров йәш, перспективалы ауыл педагогтарына ярҙам итеү өсөн йыл һайын 600 мең һум күләмендә 100 грант булдырған ине. 2020 йылда ул 690 мең һумға тиклем артҡан.

Төбәк Башлығы 2022 йылда ауыл уҡытыусыларына гранттар һанын 200-гә тиклем арттырырға тәҡдим итте, был ярҙам сараһынан мөмкин тиклем күберәк педагог файҙалана алһын өсөн кәрәк.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас