

Әлеге сараның төп маҡсаты – сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуға ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереү, йәш быуын араһында сәләмәт йәшәү рәүеше нигеҙҙәрен популярлаштырыу, спорт һәм төрлө уйындарҙа ҡатнашыу юлы менән сәләмәтлекте һаҡлау. Сара «Сәләмәтлек, физкультура һәм спорт иленә сәйәхәт» тип аталған спорт квест-уйыны форматында үтте.
Туймазы агросәнәғәт колледжының Шаран ауылы филиалы, Шаран 1-се һәм 2-се, Ибраһим Абдуллин исемендәге Ерекле, Наратаҫты ауылдары мәктәптәре уҡыусылары 4 командаға бүленде. Һәр команда биремдәр менән маршрут ҡағыҙҙары алды. Улар «Арҡан тартышыу», «Скакалка менән һикереү», «Баскетбол тубын кәрзингә төшөрөү», «Урындан һикереү», «Ҡулға таянып, кәүҙәне иҙәндән күтәреү», «Йүгереү» кеүек уйындарҙа ҡатнашты.
Рәсәй Эске эштәр министрлығы-ның Шаран районы бүлеге бәлиғ булмағандар эштәре инспекторы, полиция өлкән лейтенанты З.Зиакаева ҡатнашыусыларҙы сәләмләне һәм уларға уңыштар теләне. Сарала Шаран ауылы Йәштәр үҙәге белгесе А.Зәйҙуллин, Шаран районы муниципаль район хакимиәте ҡарамағындағы бәлиғ булмағандар эштәре комиссияһының яуаплы секретары Г. Агапитова, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге начальнигы урынбаҫары А.Шәйхиев, мәктәптәр һәм колледж филиалы уҡытыусылары ҡатнашты.
Квест-уйын һөҙөмтәләре буйынса призёрҙар һәм еңеүселәр билдәләнде. «Спорт» командаһы – 3-сө, «Уҡ» командаһы – 2-се, «Айыуҙар» командаһы 1-се урын яуланы. Сара аҙағында бөтәһе бергәләп иҫтәлеккә фотоға төштө.
Осрашыуҙы үткәрергә ярҙам иткән-дәре өсөн Шаран спорт-һауыҡтырыу комплексы администрацияһына рәх-мәт белдерәбеҙ.
А. ЗӘЙҘУЛЛИН,
Шаран ауылы Йәштәр үҙәгенең йәштәр менән эшләү буйынса белгесе.