+24 °С
Облачно
События и факты
2 Января 2022, 09:35

Донъя беренселегенең көмөш призёры

Үзбәкстан Республикаһы Джизак ҡалаһында 18-20 йәшлек юниорҙар араһында билбаулы көрәш буйынса донъя Беренселеге үтте, унда 30 илдән спортсылар килде.

Донъя беренселегенең  көмөш призёрыДонъя беренселегенең  көмөш призёры
Донъя беренселегенең көмөш призёры

 


21 спортсы беҙҙең илебеҙ данын яҡланы, йыйылма команда составына Шаран ауылы балалар ижады һәм спорт үҙәге тәрбиәләнеүсеһе Зәлинә Исламова ла инде. Ул 30 ил Беренселегендә көмөш призёр булып, 2-се урын яуланы һәм 700 доллар аҡсалата бүләк алды.

Уҙып барыусы йыл Зәлинә өсөн бик уңышлы булды. Йыл башында ул Өфө ҡалаһында Башҡортостан Чемпионатында еңде. Рязань ҡалаһында үткән Рәсәй Чемпионатында Рәсәй чемпионы булды һәм Рәсәй Спорт мастеры нормативтарын үтәне. Сентябрҙә Ҡазан ҡалаһындағы ярышта бронза призёры булып, 3-се урынды алды. Зәлинәгә киләсәктә ҙур уңыштар, түҙемлек һәм көс теләйбеҙ. Шулай уҡ уның тренерҙарын да ҡотлайбыҙ! Афарин!

Донъя беренселегенең  көмөш призёры
Донъя беренселегенең көмөш призёры
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас