Октябрьский медицина училищеһын тамамлағас, хеҙмәт юлы башында “Маяк” колхозы профилакторияһы ФАП-ы, терапия бүлегендә шәфҡәт туташы, Әбделкәрим ауылы ФАП-ы
мөдире булып эшләгән Э. Шәй-хетдинова бына инде 15 йылдан артыҡ беренсе медицина ярҙамын күрһәтә. Ауырыу кеше янына беренсе булып килеп, уның һаулығы өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала. Пациенттың ғүмере туранан-тура фельдшерҙың ни тиклем тиҙ һәм дөрөҫ диагноз ҡуйып, тейешле дауалау ысулын билдәләүгә бәйле. Үтә ҙур яуаплылыҡ, ғәҙәттән тыш хәлдәргә осрау (төрлө ауырыулы кешеләр осрай, шул иҫәптән агрессия күрһәтеүселәр ҙә), һәр ваҡыт тапҡыр, сыҙам, тәүәккәл булыу – фельдшер эшенең үҙенсәлектәре.
“Өҫтәүенә, күп төрлө белемгә эйә булыу мөһим”, – тип уртаҡлаша Эльвира Сәғит ҡыҙы. – Һуңғы йылдарҙа ҡағыҙ эше лә күбәйҙе. Даими яңы күнекмәләр үҙләштерергә кәрәк”.
Әңгәмәсемде тыңлап торҙом да, һорамай булдыра алманым: “Тынысыраҡ эшкә күсергә теләгегеҙ булманымы?”. “Әлбиттә, күп тапҡыр уйлағаным бар, – тип йылмайҙы аҡ халатлы ханым. – Ләкин үҙемде ашығыс ярҙамһыҙ күҙ алдына килтерә алмайым. Мине хәҙер бер нимә менән дә аптыратып булмайҙыр инде”. Бына шундай Эльвира Шәйхетдинова ҡыйыу һәм тәүәккәл фельдшер, яуаплы һәм белемле белгес, ярҙамсыл, мөләйем ҡатын-ҡыҙ һәм дә уңған хужабикә, наҙлы әсәй һәм яратҡан ҡатын. Тормош иптәше Раил Минсолтан улы менән икеһе лә Әбделкәримдә тыуып үҫкән. Ситтә бәхет эҙләмәйсә, тормоштарын тыуған ерҙәрендә ҡорған улар – хеҙмәт һөйөүсән, ауылды ярата. Мал, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтерә. Раил Минсолтан улы баш хисапсы булып эшләй. Матур ғаиләлә бер ҡыҙ һәм малай үҫкән. Рината – полиция хеҙмәткәре, Дамир – нефть институты студенты.
“Беҙҙең ғаиләлә төрлө һөнәр эйәләре йәшәй”, – тип йылмая Эльвира Сәғит ҡыҙы. Эйе шул, ә иң мөһиме – улар бөтәһе лә кәрәкле һәм файҙалы. Эльвира һәм Раил Шәйхетдиновтар, һис шикһеҙ, үҙ эштәре оҫталары булараҡ ауылдаштары ихтирамын яулаған. Ә Рината менән Дамирҙың иһә әле бөтәһе лә алда. Ата-әсәләре – уларға үрнәк.