+17 °С
Облачно
События и факты
24 Декабря 2021, 07:10

Тел – тәрбиә биреүҙең иң төп сараһы

“Тел – теләһә ниндәй мәғлүмәттәрҙе үҙләштереү өсөн иң төп ҡоралдарҙың береһе, бөтә белем һәм тәрбиә биреүҙең иң төп сараһы ул...Әсә теле уҡытыу предметы булараҡ халыҡсанлыҡ тойғоһон үҫтерә һәм нығыта, был тойғоға дөрөҫ һәм яҡшы йүнәлеш бирә...” – тигән Рәсәй педагогы, йәмәғәт эшмәкәре Д. Тихомиров.

Ысынлап та, бала кескәй йәшенән үк өй алдындағы, мәктәп баҡсаһындағы ағастарҙы, тыуған ауыл йылғаларын, күлен, баҫыуҙарын, һауаһын, ҡош-ҡорттарын, хайуандарын күреп үҫергә, уларҙың атамаларын туғандары һәм яҡындары ауыҙынан туған телендә ишетергә һәм яратырға өйрәнергә тейеш. Сөнки Тыуған ил беҙҙең өйҙән, тыуған ауылдан башлана... Туған телде ана шул тыуған өй тупһаһынан йә ауылдан сығып киткәнсе үк өйрәнмәй икән, ”бала күңеле – далала” буласағын көт тә тор! Ә киләсәктә нисек булырын күҙ алдына килтереүе ҡурҡыныс... Үҙе туған телен белмәгән, үҙ телендә бишек йырын йырламаған кеше нисек итеп уны балаһына тапшырһын?! Ә баланың балаһына – ейән-ейәнсәреңә ни ҡала? Үҙеңдең йәшәр өйөң булмаһа, балаңа мираҫ итеп йорт ҡалдырып булмай бит... Шуға күрә бөгөн һәр ата-әсә балаһына үҙ туған телен өйрәтергә тейеш икәнен аңларға бурыслы.

Иҫке Ҡатай урта мәктәбендә, туған телдәр булараҡ, башҡорт һәм татар телдәре һәм әҙәбиәттәре өйрәне-лә. Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ башҡорт теле дәресенә туған татар телен өйрәнеүселәр йөрөй. Был ике тел бер-береһенә ҡамасауламай, киреһенсә, ярҙам итеп, тулыландырып килә. Сөнки башҡорт һәм татар телдәре төрки телдәр ғаиләһендә телдең бар нормалары яғынан да бик яҡын тора.

Һуңғы йылдарҙа туған тел дәрестәре бик ныҡ кәметелһә лә, мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса регион-ара, республика, район конкурстарында, олимпиадаларында ҡатнашыуға мөһим иғтибар бирелә. «Республикама дан йырлайым”, “Туған телгә юл” район иншалар конкурсы, “Рәсәй халыҡтары телдәрендә фәнни-ғәмәли конференция һәм уҡыуҙар” Бөтә Рәсәй конкурсы (Ҡазан ҡалаһы, Д. Ғарифуллина), “Урал батыр” эпосын Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй Федерацияһы һәм сит ил халыҡтары телдәрендә һөйләүсе йәш сәсәндәр һәм башҡарыусылар” конкурсы
(А. Шәйхетдинов, К. Харисова), ”Рәсәй туған телдәре” Бөтә Рәсәй акцияһы (Д. Ғарифуллина, Л. Ситдиҡова), “Башҡортса йырлайым”(Д. Заһиров), совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған интернет-викторина (Д. Ғарифуллина, Л. Ситдиҡова, Р. Рәйепова, А. Күсемов,
А. Ғәзетдинова), “Аҡмулла диктанты” (Д. Ғарифуллина, Л. Ситдиҡо-
ва, Р. Нәбиев, А. Ғәзетдинова),
“Тел серҙәре” интернет-викторинаһы
(А. Хөснөтдинов), «Урал-батыр» эпосын уҡыйбыҙ” регион-ара акцияһы (Р. Рәйепова) һәм башҡа сараларҙа уҡыусыларыбыҙ призлы урындарға лайыҡ булды, дипломдар, грамоталар менән бүләкләнде. Күп кенә сараларҙа ҡатнашып, сертификаттар алыуға өлгәшкәндәре лә бихисап.

2020-2021 уҡыу йылында Күсемов Рәнис башҡорт дәүләт теле буйынса район олимпиадаһында еңде һәм, регион-ара этапта ҡатнашып, бик юғары һөҙөмтә күрһәтте. Д. Ға-
рифуллина, Л. Йәнгирова, А. Ғәзет-
динова муниципаль этапта шулай уҡ яҡшы һөҙөмтәләргә иреште. Бынан тыш, этнодиктант, Халыҡ-ара диктант, төрлө тематик флешмобтар, акцияларҙа ла йыш ҡатнашып тора уҡыусыларыбыҙ.

7 декабрҙән башлап республика-быҙҙа башҡорт халҡының бөйөк шәхесе, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуға арналған 7 көнлөк марафон юл алды. Уның һәр көнөнөң девизы шағирҙың “Нәсихәттәр” шиғырында телгә алынған иман, күңел, аҡыл, шөкөр итеү, әҙәплелек, сабырлыҡ, ихласлыҡ әхлаҡи төшөнсәләр менән бәйле. Марафон сиктәрендә уҡыусылар “Иманлы кеше ниндәй була?”, ”Шөкөр итә беләһеңме?”, ”Мин яратып уҡыған әҫәр” кеүек темаларға кескәй инша-уйланыуҙар яҙҙы, бирелгән рифманы ҡулланып, шиғырҙар ижад итте, балалар өсөн республикала сыҡҡан гәзит-журналдар менән танышты. Аҡмулла шиғырҙарын яттан һөйләп тә, уҡып та төшөргән видеолар социаль селтәрҙәрҙә, мәктәп сайтында урын алды. Ял көндәрендә лә ҡул ҡаушырып ултырманы уҡыусылар: башҡорт телендә төшөрөлгән “Еңмеш”, “Һеңлекәш”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” кинофильмдарын, “Алтын атлы һыбайлы”, “Балта һурпаһы” әкиәттәрен ҡарап кинәнде.

Үҙидаралыҡ көнөндә 8-се класс уҡыусыһы Алһыу Ғәзетдинова 2-се класс уҡыусылары өсөн башҡорт дәүләт теленән дәрес үткәрҙе. Йәш “уҡытыусы” кескәйҙәргә бик оҡшаны, улар дәрестә бик әүҙем булды.

Ғөмүмән әйткәндә, марафон ҡы-ҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс үтте. Уның дауамында әүҙем ҡатнашыусыларға грамоталар, сертификаттар бирелде.

Барлыҡ үткәрелгән саралар ҙа уҡыусыларыбыҙ күңелендә туған телгә, уның матур йолаларына һөйөү, халҡыбыҙҙың бөйөк шәхестәрен, тарихын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыр, изге юлға этәргес булыр, тәрбиә орлоҡтарын сәсер... Бик алыҫ киләсәктә лә милләттәштәребеҙ, Баязит Бикбай шиғырындағыса:

Ерҙә кеше һөйәгенән

Убалар үҫкән...

Тел – тере шишмә – үлмәгән,

Бөгөнгә еткән! – тип, беҙҙең кеүек, әйтә алырҙар, тип ышанғы килә...

Лениза Ғабдуллина, Иҫке Ҡатай

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас