+18 °С
Дождь
События и факты
24 Декабря 2021, 07:12

Мәктәп элекке уҡыусыға рәхмәт әйтә

 Иғәнәсе ярҙамы күп кенә мәктәп проблемаларын хәл итергә мөмкинлек бирә, сөнки теләһә ҡайһы, хатта иң ҙур булмаған эш тә матди сығымдар талап итә.Бәхеткә, уҡыу йорттарына ярҙам итергә әҙер торған кешеләр бар, сөнки “Донъяла игелекле кешеләр күп “ тигән әйтем мәғәнәһен  юғалтмаған.

Иҫке Ҡорос урта мәктәбенең элекке уҡыусыһы Алмаз Мөҙәүир улы Солтанов, Октябрьский ҡалаһының “АМК Горизонт” фәнни-етештереү фирмаһы генераль директоры, бер нисә йыл дауамында туған мәктәбе менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Алмаз Мөҙәүир улы ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүгә яуапһыҙ ҡалмай, йомарт бүләктәр бирә, аҡсалата ла, эш менән дә ярҙам итергә  мөмкинлек таба.

            Мәҫәлән, 2019 йылда спорт инвентары һатып алыу  һәм уҡыу алдынғыларын, конкурстарҙа һәм спорт ярыштарында еңеүселәрҙе хөрмәтләү өсөн шаҡтай аҡса бирҙе.

            Ә ошо көндәрҙә Иҫке Ҡорос мәктәбенең матди-техник базаһы өс проектор һәм өс стена экраны менән тулыланды. Иғәнәсенең был йомарт бүләге- мәктәп өсөн һиҙелерлек ярҙам. Билдәле булыуынса, проекторҙар уҡыу процесын матурыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ итә, уҡытыусылар һәм уҡыусылар өсөн яңы мөмкинлектәр аса.Мультимедиа презентацияларын ҡулланыу һөҙөмтәһендә дәрестәр эмоциональ, мауыҡтырғыс була һәм уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уята.

            Иҫке Ҡорос мәктәбенең педагогтар һәм уҡыусылар коллективы Алмаз Мөҙәүир улына  һәм уның командаһына учреждение проблемаларына иғтибарлы мөнәсәбәт өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдерә, уларға һәр төрлө именлек, тотороҡлолоҡ һәм үҫеш теләй, киләсәктә лә хеҙмәттәшлеккә һәм үҙ-ара аңлашыуға өмөтләнә.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас