Коронавирус инфекцияһы пандемияһы республикала бала табыуға ярҙам системаһын ныҡ үҙгәртергә мәжбүр итте. Ковид менән сирләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы Туймазынан Өфөгә, ҡағиҙә булараҡ, перинаталь үҙәккә бала табырға ебәрәләр. Ә коронавирус йоҡторғандар баш ҡаланың Дим дауаханаһында бала таба. Шуға күрә Туймазы бала табыу йортонда һау-сәләмәт һәм ковид менән сирләмәгән ҡатын-ҡыҙҙар ғына бала таба. Ундайҙар күберәк булһын өсөн Туймазы табиптары коронавирус инфекцияһынан вакцинациялау буйынса әүҙем аңлатыу эштәре алып бара.
Табиптар буласаҡ әсәләргә 22 аҙнанан ашыуыраҡ ваҡытҡа вакцина яһатырға рөхсәт итә. Туймазы районында бөгөн 348 ҡатын-ҡыҙ ошондай срокта, уларҙың 225-е - коронавирустан прививка яһатҡан. Был - Туймазы акушерҙарының, неонатологтарҙың һәм инфекционистарҙың эш һөҙөмтәһе.
Табиптар аңлатыуынса, вакцинация йөклө ҡатын-ҡыҙҙың үҙенә лә, буласаҡ сабыйға ла хәүефте кәметә - ул әсә ҡарынында уҡ ковидтан антителалар ала.
- Һәр буласаҡ әсәнең балаһы өсөн ҡурҡыуы беренсе урында тора. Шуға күрә уларҙың ҡайһы берҙәре, вакцинация сабыйға зыян килтерер, тип борсола. Ләкин ике йылға яҡын дауам иткән пандемия тәжрибәһе күрһәтеүенсә, яңы тыуған сабыйға иң зыянлыһы - сирле әсәнән ковид инфекцияһы менән зарарланыу, - ти 30 йыллыҡ стажы булған акушер-гинеколог, Туймазы үҙәк район дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Алла Ильясова. - Сабыйҙың пневмония менән сирләүе ихтимал. Республикала сирләгән сабыйҙар өсөн 35 урынлыҡ ковид-бүлек бар. Үкенескә күрә, ул бер ҡасан да буш тормай.
Тағы ла бер мәл. Ауырлы ҡатындың ҡаны ҡуйыра. Ауырыған осраҡта ла ул ҡуйыра. Дөйөм алғанда был ике процесс хәлде етди ҡатмарлаштырасаҡ. Шулай уҡ ковид ваҡытынан алда бала табыу хәүефен арттыра.
- Йөклөлөк фажиғә менән тамамланыуы бик аяныслы, - тип дауам итә Алла Геннадьевна. - Бер миҫал килтерәм: йөклө ҡатын коронавирус менән сирләп китте, үпкәһе зарарланды, 95 процентҡа еткән! Һөҙөмтәлә ул инвалид булып ҡалды. Уның сабыйы иҫән. Ләкин баланы юғалтмаҫ өсөн ашығыс рәүештә ваҡытынан алда бала табырға тура килә. Хәҙер балаға ғәҙәттәгенән ентеклерәк тәрбиә кәрәк. Сәләмәт булмаған әсә кеше уны тәьмин итә алырмы? Һорау асыҡ ҡала.
Йөклө ҡатын-ҡыҙҙар күп халыҡ менән аралашмаһын өсөн уларға ковидҡа ҡаршы вакцинация поликлиникаларҙа түгел, ә ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһының процедура кабинетында үткәрелә. Унда эш көнөндә килергә мөмкин.
Иң яҡшыһы - ковидҡа ҡаршы прививканы йөклөлөктө планлаштырыу стадияһында уҡ бер ай алдан эшләргә кәрәк.