- Эшкә һуңлау, һеңлеңдең тыуған көнөн онотоу, әллә кисәге кисте бөтөнләй оноторғамы... Был насар хәлдәр булмаҫ ине лә ул, алкоголь ҡамасауламаһа.
Беҙ, Туймазы ҡоролтайы ағзалары, «Ни өсөн мин эстем?» тигән исемдәге проект башлайбыҙ. Әгәр, һеҙ ҡасандыр алкоголь эсемлектәр эскәнһегеҙ, ә хәҙер ташлағанһығыҙ икән, ошо турала һөйләгеҙ. Һеҙҙең тәжрибә башҡаларға ярҙам итер, бәлки. Хаталарға юл ҡуймаҫҡа, кешегә айыҡ тормошҡа ҡайтырға бергәләп ярҙам итәйек, тип яҙған улар үҙҙәренең социаль селтәр битендә.