Минең мәктәп тупһаһын атлап сығыуыма 25 йылдан артыҡ ваҡыт уҙһа ла, мәктәп йылдарын, мәктәбемде, уҡытыусыларымды, класташтарымды һағынып иҫкә алам.
Ҡояшлы беренсе сентябрь иртәһе… Мин китап-дәфтәрҙәремде һалған портфелемде арҡама аҫып, бер ҡулыма үҙемдән дә ҙур булған сәскә бәйләмен тотоп, беренсе тапҡыр мәктәп һуҡмағынан атланым. Мәктәп ишеген тәү тапҡыр атлап үткәс тә, мине ҡаршы алыусы тәүге уҡытыусым Мәхмүзә Ханнановнаға ҡарап туҡтап ҡалдым. Ул миңә ихлас йылмайҙы һәм тирә-яҡ яҡтырып киткәндәй тойолдо. Арабыҙҙа ниндәйҙер йылылыҡ урынлашты һәм был хис бер ҡасан да мине ташламаны.
Уҡытыусы… Күпме мәғәнә, күпме аң, күпме балаларға һәм бар кешеләргә булған мөхәббәт хистәре тупланған был һүҙҙә… Тормошто алға этәреүсе, донъяға матурлыҡ өҫтәүсе, аҡыл менән бәләкәй генә сабыйҙарҙан Шәхес үҫтереүсе, тәрбиәләүсе, шул уҡ ваҡытта тормоштоң беренсе һалҡын бурандарынан, көҙҙөң әсе елдәренән һаҡлаусы һәм оло тормошҡа юл күрһәтеүсе бөйөк кеше ул –Уҡытыусы.
Тәүге уҡытыусым Мәхмүзә Ханнан ҡыҙы мине уҡырға, яҙырға, тәбиғәтте, тыуған ерҙе, телде яратырға, кешеләрҙе аңларға, кешелекле, инсафлы, тәрбиәле булырға өйрәтте. Тәртипкә өйрәтеүсе, белем иленә сәйәхәткә әйҙәүсе, иңемә ҡанат ҡуйыусы ла уҡытыусым. Ул минең өсөн ябай уҡытыусы ғына түгел, тормош һуҡмағынан алып барыусы маяҡ булды.
Мәхмүзә Ханнан ҡыҙы Шәғәлиева (Мырҙағәлина) 1953 йылдың 25 авгусында Белорет районы Манышты ауылында тыуа. Ауылында 8-се класты тамамлап, Белорет педагогия училищеһында уҡый. 1973 йылда йүнәлтмә буйынса Бүздәк районына эшкә ебәрелә. Ситтән тороп Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлай. Эшләгән ауылында кейәүгә сығып, тормош иптәше менән өс ҡыҙ үҫтерәләр. Мәхмүзә Шәғәлиева бәләкәйҙән уҡырға әүәҫ була. Башланғыс кластарҙа уҡ, әкиәт, хикәйәләр менән генә сикләнмәй, повесть, романдар ҙа уҡый. «Боролош», «Ҡарағош яуы», «Кәмһетелгәндәр», «Ырғыҙ» романдарын мәктәп йылдарында уҡ уҡып сыға. «Пионер» журналы, «Башҡортостан пионеры» гәзите, һуңыраҡ «Башҡортостан ҡыҙы», «Ағиҙел» журналдары һәм «Совет Башҡортостаны» гәзите айырылмаҫ дуҫына әйләнә. Шиғриәткә һөйөүҙе 5-6-сы кластарҙа уҡығанда класс етәксеһе Мөнирә Ғарифйән ҡыҙы Миһранова уята.
Мәхмүзә Ханнан ҡыҙы Шәғәлиева 36 йыл башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Бөгөнгө көндә Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылында йәшәй, шиғырҙар, мәҡәләләр яҙа. Бик күп гәзит-журналдар алдыра, йәмғиәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша.
Ҡаңны-Төркәй ауылының Мелиораторҙар урамы (ауылдаштар уны Ожмах мөйөшө, ти) тәмле, хуш еҫле алмалары менән дан тота. Яҙын бөтөн урам тулып алмағастар сәскәгә күмелеп ултырһа, көҙөн “ожмах мөйөшө” хуш еҫле, эре ҡыҙыл алмалары менән танауҙы ҡытыҡлап, күҙҙең яуын алып ултыра. Был урамда йәшәүсе Мәхмүзә Ханнан ҡыҙы Шәғәлиеваның баҡсаһында төрлө сортлы 9 алмағасынан тыш, армыт, слива, терн, ирга, ҡыҙыл һәм ҡара миләш һ.б. бик күп емеш-еләк ҡыуаҡтары үҫә, ә тәҙрә алды баҡсаһында күҙҙең яуын алып ултырыусы сәскәләрҙең иҫәбе-һаны юҡ.
Мәхмүзә Ханнан ҡыҙының беренсе беҙҙе уҡытҡан дәрестәрен әле лә иҫләйем. Класыбыҙҙа 16 бала. Донъяға ышанып, киң асылған күҙҙәр менән ҡараған балалар өмөт менән төбәлеп ултырҙыҡ.
Мәхмүзә Ханнан ҡыҙы һәр ваҡытта ла сабыр һәм түҙем, талапсан һәм бер үк вакытта йомшаҡ күңелле булды. Кластағы 16 уҡыусының береһен дә айырманы, һәр беребеҙҙе аңлап, үҙ итеп уҡытты. Хатта өҫтөбөҙгә кейеп килгән яңы кейемгә, матур таҫмаларға ҡәҙәр иғтибарһыҙ ҡалдырмай ине. Шул игелекле мөнәсәбәте менән күпме балаларҙың күңелдәрен яуланы. Гөлдәргә ҡарата мөхәббәтте лә ул тәрбиәләне. Класс бүлмәһенең тәҙрә төптәре теләһә ҡайһы миҙгелдә лә шау сәскәгә күмелеп ултырҙы. Ниндәй генә бәйгеләр, викториналар ойоштормай ине, ниндәй генә шөғөлдәргә өйрәтмәне беҙҙе. Шуға ла онотолмаҫлыҡ булып, иҫтә ҡалырлыҡ итеп, күңелле уҙҙы беҙҙең башланғыс кластарҙағы уҡыу йылдары. Күңелемдә моңһоулыҡ булһа ла, башланғыс белемде Мәхмүзә Ханнан ҡыҙында алыуыбыҙ менән сикһеҙ бәхетлебеҙ һәм рәхмәтлебеҙ. Хөрмәтлебеҙ, һеҙ йырҙағыса иң гүзәл, иң күркәм, иң сабыр, ҙур хәрефтәр менән яҙырлыҡ - ысын УҠЫТЫУСЫ!
Баулы ҡалаһы, Баулы Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы хеҙмәткәре Зөһрә Миңғәлимова.