+20 °С
Облачно
События и факты
14 Декабря 2021, 05:48

Минең Аҡмуллам

Аҡмулла... Ошо исем, уның тылсымлы көсө мине донъяға тыуған мәлемдән оҙата килгәндәй, ғүмерем буйы беләм һымаҡ уны. Илаҡ ҡына ҡыҙсығын аҡ биләүгә төргәндә әсәйем Аҡмулла һабаҡтарына таянғандыр, ҡыҙым аҡыллы, телдәр, белемле, һау-сәләмәт булһын тип теләгәндер.

Балаларының белемле булыуына айырыуса иғтибар бүлде атайым менән әсәйем. Китап уҡырға яратҡан әсәкәйем “табанан төшкән” яңы китаптарҙы һатып алып ҡайта, күп һанлы гәзит-журналдарҙы өҙмәй алдыра бөгөн дә. Уның был матур ғәҙәте миңә лә күскән, китапһыҙ, баҫмаларһыҙ – донъям һанһыҙ. Аҡмулланың ”Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк” шиғыры шәхес булараҡ формалашыуыма ҙур йоғонто яһағандыр. Сөнки шағирҙың тап ошо әҫәре үҙемде белә белгәндән аңымда, бөгөнгә тиклем минең менән йәшәй.

 


Аҡмуллабыҙҙың

мираҫы мәңгелек

Төрлө милләт халҡы үҙ иткән мәшһүр аҡһаҡалыбыҙ, сәсәнебеҙҙең тыуыуына быйыл 190 йыл. Аҙмы, күпме был? Аҙ ҙа, күп тә түгел кеүек. Сөнки үҙенең белемгә ынтылышы, халҡын, телен яратыуы менән бөйөк булып танылған Аҡмуллабыҙҙың мираҫы мәңгелек. Кешелектең, киләсәк быуындың зиһенле булыуын күрергә теләгән сәсән ижад иткән алтынға бәрәбәр әҫәрҙәр бөгөн дә бик актуаль. Аҡмулланың яҙғандарын уҡыйһың да, хайран ҡалаһың, әйтерһең дә, ул бөгөн дә арабыҙҙа йәшәп, ижад итә кеүек. Эйе, ул беҙҙең арала, уның рухы йәшәй беҙҙең күңелдәрҙә. Күпме йылдар, быуаттар аша алдан ҡарай алыуы хайран итә сәсәндең, мәшһүр шағирҙың.

Ғәзиз халҡын, башҡорттарының, наҙанлыҡтан сығыу юлдарын та-бырға өндәүе, ялтырауыҡ, хәрәмгә ҡыҙыҡмағыҙ тип тәҡрарлауы шағирҙың ифрат киң күңелле, оло йөрәкле шәхес булыуын күрһәтә. Тормоштағы тигеҙһеҙлеккә, нахаҡ, рәнйештәргә тыныс ҡарай алмай шағир, әсенешле хистәрен шиғри юлдарға теҙә. Ә ошо аҫылға бәрәбәр ынйылары уның ни тиклем мәшһүр күрәҙәсе булыуын дәлилләй.

”Йыһанда тоғролоҡ менән хаҡлыҡ

Һаман шулай иҙелерме, тапалырмы?” тип әрнеп яҙған һүҙҙәре бөгөнгө ысынбарлыҡҡа тап килмәй тип кем әйтер?!

...Яҡыным, тип яҡыныңа инанмағыҙ,

Дошманлыҡ был заманда – ҡарындаштан.

Теләк шул: булһа булһын сын ихластан,

Эскән-ейгән таҙа булһын әүүәл баштан.

 


Алтын һүҙҙәр!

Ҡаҙаҡта борондан бер мәҡәл бар, әйткәндәр: ауырыу – аштан, дау – ҡарындаштан. (Аҡмулла. “Булырмы?, “Теләк” шиғырҙары)

Алтын һүҙҙәр! Ысынлап та, бер кемгә лә сер түгел, бөгөн күптәр бер-береһенән ситләште, туғанды туған белмәй, байға ярлының хәле кәрәк түгел. Ә беҙ бит был донъяға ике килмәйәсәкбеҙ, ғүмер бит бер генә. Аллаһы Тәғәлә биргән ошо ғүмерҙе лайыҡлы йәшәргә, киләһе быуындарға яҡты эшебеҙҙе, исемебеҙҙе ҡалдырырға бурыслы бит беҙ. Ошо ғүмерҙә дуҫ-иштәрең, күршеләрең, тыуғандарың менән татыу йәшәүгә ни етә!?

 


Сәсән һүҙе

Ә “Егетлек хәсиәте – мәғри-фәттә” тигән шиғырында ир-егеттәргә, буласаҡ атайҙарға, ил башлыҡтарына еткерер һүҙе нисек тос әйтелгән:

... Тормошо башҡа илдәрҙең көн шикелле,

Тормошо наҙан илдең төн шикелле.

Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, мейегә һалып:

Күренә ошо ере миң шикелле...

... Булмайҙыр сабан берҙәй елгән менән,

Буламы наҙан берҙәй белгән менән?

Киң ҡултыҡ көпө кейеп, йыуан итек,

Файҙа юҡ күренгәнгә көлгән менән...

Йөрөйһөгөҙ киң далала уйнап- көлөп,

Ҡыҙырған һөнәр түгел атҡа менеп.

Ҡуҡырайып, муйын һуҙып атҡа менеп,

Йөрөүҙе уйламағыҙ һөнәр белеп...

Сәсән-шағирҙың һәр әҫәрендә наҙанлыҡҡа ҡаршы сығыу, белем алыуға ишара киң сағыла.

 


Аҡмулла нәсихәттәре

Әйтеүемсә, белемгә ынтылыу, шиғриәткә һөйөү миңә әсәм һөтө менән һеңгәндер. Сөнки бала саҡтан шиғырҙар, гәзит-журналдарға мә-
ҡәләләр яҙырға әүәҫлегем, уҡыу-ға, белем алыуға ынтылыуым, уҡытыусылыҡ һөнәренә эйә булыуыма йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Бөгөн мәктәптә аҡ ҡағыҙ битенә тиңләнгән бала күңеленә белем орлоҡтарын сәсеүем менән бәхетлемен. Шул орлоҡтарҙың шытымдар биреп үҫеүен күҙәтеү ләззәт бирһә, емештәрен күреп, татыуы мөғәллим өсөн әйтеп аңлата алмаҫлыҡ ләззәт. Яратҡан һөнәреңдең, эшеңдең лайыҡлы баһаланыуы хеҙмәтеңдең бушҡа түгеллеген дәлилләй. Ә эшләгән эшеңдән йәм табып, балалар менән бергә белем илендә осраған кәртәләрҙе, ауырлыҡтарҙы еңеп юғары үрмәләүҙә миңә олуғ, мәшһүр Аҡмулла тәғлимәттәре ярҙам итә. Бала саҡтан атам-әсәм килеп тыуған ауырлыҡтарға бирешмәҫкә өйрәтһә, оло тормош юлында Аҡмулла нәсихәттәре ныҡлы терәк, алға ҡуйған маҡсаттарҙы йырып, үтәп сығырға ҡанат ҡуя. Быны мин кескәй сағымда, мәктәптә уҡып йөрөгән йылдарҙа уҡ аңлағанмын, киләсәккә маҡсаттар ҡуйып, шуға ынтылғанмын.

 


Юбилейға портрет тыуа

1981 йылда республикабыҙҙың һәм бөтөн төрки донъяһының мәҙәни тормошонда оло ваҡиға – М. Аҡ-
мулланың тыуыуына 150 йыл тулыу айҡанлы юбилей сараларына әҙерлек башлана. КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитеты бюроһы 1981 йылдың февраль-март айҙарында махсус ҡарар ҡабул итә. Уның проектын асылда Р. Шәкүргә әҙерләргә тура килә. Шул ҡарарҙы бойомға ашырыу өсөн Аҡмулланың портретын ижад итеү мәсьәләһе алға килеп баҫа. Сөнки быға тиклем шағирҙың портреты бөтөнләй булмай. Ғөмүмән, Аҡмулланың фоторәсеме булғанмы, булһа һаҡланғанмы – әле лә билдәһеҙ. Ә портрет кәрәк була, унһыҙ юбилей юбилей буламы ни! Аҡмулланың тыуған ауылы Туҡһанбайға барып, ҡәрҙәш-ырыуҙаштарының йөҙөн, ҡиәфәтен өйрәнеп, шағир образын тыуҙыралар.

Һынлы сәнғәт оҫталары Ә. Арыҫ-ланов һәм З. Басиров һынландырған портреттарҙа Аҡмулла оло аҡыл эйәһе, тынғыһыҙ шағир булып күҙ алдына баҫа. Уның йөҙө, ҡуйы ҡара ҡаштары, оҙон тура танауы, үткер ҡарашы, нәҙек ирендәре, маңлайындағы һырҙары – бөтәһе лә әҙиптең үҙ-үҙенә ныҡ ышаныуын, халыҡ яҙмышы өсөн көрәшкә әҙер булыуы хаҡында һөйләй. Быға тиклем уның әҫәрҙәрен рәсемһеҙ генә уҡып белгән уҡыусылары алдында Аҡмуллабыҙҙың тере һыны баҫты. Был осорҙа гәзит-журналдарҙа уның хаҡында мәҡәләләр бер-бер артлы баҫылып торҙо.

 


Аҡмулла кисәһендә еңеүсе

Ейәнсура районының Башҡорт Самаҙыһы ауылы мәктәбендә лә,
М.Аҡмулланың оло юбилейына әҙерлек сиктәрендә конкурс иғлан ителде. Уҡыусылар сәсән-мәғрифәтсе, шағир хаҡында белгән мәғлүмәттәрен бергә туплап, альбом эшләргә тейеш ине. Мин дә ул конкурста ихлас ҡатнашырға теләп, бар көсөмдө һәм тырышлығымды һалып ҡалын, сағыу бер йыйынтыҡ эшләнем. Тырышлығым, әлбиттә, бушҡа булмаған, ошо бәйгенең “Аҡмулла кисәһендә еңеүсе” тигән таныҡлығы менән бүләкләндем. Уны мәктәп директоры Миҙхәт Зиннәт улы Байназаров шәхсән тапшырҙы. Ҡыуанысымдан түбәм күккә тейә яҙҙы! Шул мәлдә Аҡмулланың ғорур ҡарашы күҙ алдымда сағылып китеүе бөгөнгөләй хәтеремдә.

Эйе, 40 йыл үткән, беренсе еңеүемә, байтаҡ ваҡыт үткән! Әммә тап ошо мәлдә минең киләсәк тормошом балалар менән бәйле булыры, улар менән бергә белем үрҙәренә артыласағыма юл асылған, юғары аң кимәлендә нарыҡланғандыр, минең быға иманым камил! Юҡһа, тап 40 йыл элек бөтә мәктәп алдында директорыбыҙ-
ҙың ҡулымды ҡыҫып тапшырған таныҡлығы (бәләкәй генә, ҡулдан эшләнгән) бөгөнгә тиклем һаҡланыр инеме!? Беренсе еңеүем – Аҡмулла таныҡлығы, тормошомда артабанғы еңеүҙәремә юл асты! Шөкөр, ғүмерем буйы оло шәхесебеҙ нәсихәттәренә таянып, тормош иптәшем менән улдарыбыҙҙы үҫтерҙек, үҙебеҙ өсөн дә күп һабаҡтар алдыҡ һәм һаман да алабыҙ. Көн дә дәрескә ингәс, уҡыусыларым менән Аҡмуллабыҙ шиғырын яттан уҡып, эшкә тотонабыҙ! Уның наҙанлыҡтан ҡурҡырға саҡырыуы уҡыусыларыма, шөкөр, ыңғай тәьҫир итәлер тим. Сөнки шәкерттәрем менән бергәләп ҡуйған маҡсаттарыбыҙға яйлап ирешәбеҙ. Белем баҫҡыстарын һанай-һанай менеп, яңынан яңы еңеүҙәр яулайбыҙ.

Аҡмулла нәсихәттәренә тоғро ҡалып, уны киләсәк быуынға еткерер өсөн үҙебеҙҙә көс-ҡеүәт, рух ныҡлығы тәрбиәләйбеҙ. Мин – уларҙы, улар – мине нимәгәлер өйрәтә, алға әйҙәй. Шул саҡта ғына илебеҙгә, тыуған еребеҙгә, халҡыбыҙға тоғро булған ысын Шәхес тәрбиәләй алырбыҙ! Ғүмер юлымдан Минең Аҡмуллам рухы бына шулай йәнәшә атлай, һаҡлай, ижадҡа илһамландыра!

 

Автор:Гульмира Бикбулатова
Читайте нас