Акробатика – Октябрьскийҙа үҫеш алған спорт
Ошо көндәрҙә хакимиәттә йәш спортсылар менән матбуғат конференцияһы ойошторолдо. Унда спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Илдар Рамаҙанов, 1-се спорт мәктәбе тренеры Олеся Муллағәлиева, мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.
Ҡала хакимиәте башлығы Алексей Шмелёв спортсылар һәм уларҙың тренерҙарын тәбрикләп, ныҡлы сәләмәтлек, яңынан-яңы уңыш-ҡаҙаныштар теләне һәм сертификаттар тапшырҙы.
Матбуғат конференцияһын Илдар Илһам улы асып ебәрҙе.
– Акробатика – Октябрьскийҙа үҫеш алған спорт төрҙәренең береһе, – тип билдәләне ул. – Европа Беренселегендә спортсыларыбыҙ тағы бер тапҡыр ҡаланың акробатика мәктәбе һәм тренерҙарҙың һөҙөмтәле эшмәкәрлеген дәлил-ләне.
Спортта ла, тормошта ла ысын дуҫтар
Йәш акробаттар менән таныша-йыҡ. Риана 20-се мәктәптең 7-се класында уҡый. Ул 1-се спорт мәктәбендә тренер Олеся Мәүзир ҡыҙында бәләкәйҙән, 7 йәшенән шөғөлләнә. 2018 йылда спорт мастерлығына кандидат разрядын башҡара. 2019 йылдан спорт акробатикаһы буйынса Рәсәй йыйылма командаһы составына инә. 2020 йылда ҡыҙҙар төркөмөндә ил беренселегендә 3-сө урын яулай.
Виталий 2004 йылғы, иҡтисад колледжында 2-се курста уҡый. Спортсы Октябрьскийға 2020 йылда Свердловский өлкәһенең Берёзовский ҡалаһынан килгән. Ул шулай уҡ йәштән акробатикаға йөрөй, 2017 йылда спорт мастерлығына кандидат разрядын раҫлай.
2020 йылдан Виталий Плешков һәм Риана Латипова ҡатнаш пар составында сығыш яһай. Бер йылда улар үҙ-ара аңлашып эшләргә өйрәнгән, спортта ғына түгел, тормошта ла ысын дуҫтарға әйләнгән. «Миңә Риананың һәр саҡ еңеүгә ынтылышы оҡшай, – ти Виталий. – Ныҡышмалы, маҡсатлы булыуы менән ул мине лә яңы бейеклектәргә илһамландыра».
Был парҙың барлыҡҡа килеү тарихы ла ҡыҙыҡлы. «Виталий ҡалабыҙға килгәс, уға пар табырға кәрәк булды, – ти Олеся Мәүзир ҡыҙы. – Әммә булған ҡыҙҙарҙың береһе лә уға тура килмәне. Риана быға тиклем бер көн алда аяҡ һеңере өҙөлөп, дауаланыуҙа ине. Мин уға ошо хәл тураһында яҙып ебәрҙем. Икенсе көндө ул гипста килеш күнекмәгә килде. Һәм беҙ уның аяғына эластик бинт урап күнекмә үткәрҙек. Шул ваҡытта уҡ инде мин уларҙың көслө пар буласағына инандым».
Италиялағы еңеү – көндәлек хеҙмәт һөҙөмтәһе
Ысынлап та, 2021 йыл спорт-сыларыбыҙ өсөн уңышлы булған. Февралдә улар Киров ҡалаһында Иҙел буйы федераль округы Бе-ренселегендә сығыш яһаған. Ярос-лавлдә үткән ил Беренселегендә алтын миҙал алғандар, сентябрь айында Александр Дергунов иҫтәлегенә Бөтә Рәсәй ярыштарында еңеү яула-ғандар. Италияның Пезаро ҡалаһында үткән спорт акробатикаһы буйынса Европа Беренселегенән 11-17 йәшлек парҙар араһында ҡалабыҙҙың 1-се спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре көмөш миҙал алып ҡайтты. 1-се урындағы Израиль парынан 0,1 мәрәйгә генә ҡалышҡан спортсыларыбыҙ.
Олеся Муллағәлиева һүҙҙәрен-сә, Европа Беренселегендә яула-
ған көмөш миҙал ул – тәр-биәләнеүселәрҙән дә, тренерҙарҙан да ҙур рухи һәм физик көс-ҡеүәт талап итеүсе көндәлек хеҙмәт, даими камиллашыу өҫтөндә эшләү һөҙөмтәһе.
Йәш спортсылар Европа ки-мәлендәге ярыштарҙан ниндәй тәьҫораттар алған икән?
– Тулҡынланыу булды, әлбиттә, – ти Виталий, – йығылырбыҙ, ҡайһылыр элементта хата ебәрербеҙ тигән уйҙар ҙа булды. Әммә тренерыбыҙ Олеся Мәүзир ҡыҙына һәр саҡ теләктәш-лек күрһәтеүе, кәңәштәре шик-ҡурҡыуҙарҙы бөтөрөргә булышлыҡ итте.
– Италияла үткән Беренселек барышында онотолмаҫ тәьҫораттар кисерҙем. Программа ваҡытында күберәк Виталий өсөн тулҡын-ландым, сөнки бындай ярыш-
тар – уның өсөн тәүге тәжрибә. Шулай ҙа беҙ лайыҡлы сығыш яһаныҡ һәм яҡшы һөҙөмтә күрһәттек, – ти үҙ сиратында Риана.
Тренер – ул психолог та булырға тейеш
Тәрбиәләнеүселәре һүҙҙәренә Олеся ла ҡушыла: «Беҙ – тренерҙар балаларҙың һәләтен эске һиҙемләү менән тойорға өйрәнәбеҙ. Шул рәүешле, уларға остаз булараҡ ҡына түгел, ә психолог күҙлегенән дә ҡарай башлайбыҙ. Виталий уй-кисерештәрен үҙендә тотмай, улар менән уртаҡлашырға, күп һөйләшергә ярата. Ә бына Риана ярыштар ваҡытында бик баҫалҡы була, өндәшмәй йөрөй. Күнекмәләр яһағанда иһә барыһы ла киреһенсә, бында инде Латипованың тауышы күберәк ишетелә, уны был парҙа әйҙәп барыусы тип әйтә алам. Улар әле йәшлектәре менән тәьҫораттарҙың барлыҡ тәрәнлеген аңлата ла алмайҙар. Ысынында иһә донъя, Европа кимәлендәге ярыштар бик көслө хис-тойғолар бирә. Спортсылар үҙҙәре һиҙмәһә лә, әҙерлек ваҡытында уларҙың нисек үҫеп киткәнен, хатта күҙ ҡараштарының да етдиләнеүен күрәһең. Тағы бер нимәне билдәләгем килә. Тажзәхмәткә бәйле саралар спорт өлкәһенә лә һиҙелерлек төҙәтмәләр индерҙе. Ри-ана менән Виталий Беренселеккә бик ҡатмарлы шарттарҙа әҙерлән-де. Улар көн һайын иртә таңдан ПЦР-тест тапшырҙы. Ярыштарҙан ситләштерерҙәр, 14 көнгә карантинға ҡалдырырҙар тигән борсолоу ҙа булды. Бәхеткә, барыһы ла яҡшы тамамланды, тәрбиәләнеүселәребеҙ уңышлы сығыш яһаны һәм Европанан көмөш миҙал алып ҡайтты!».
Италияла шат
күңелле кешеләр йәшәй
Миҙал ғына түгел, сит төбәк мөхите менән танышып, үҙҙәре өсөн ниндәйҙер яңылыҡтар ҙа алып ҡайтҡан спортсыларыбыҙ. «Италияла асыҡ йөҙлө, шат күңелле кешеләр йәшәй, өлкән йәштәгеләр ыҫпай-күркәм рәүештә, сәләмәт тормош алып бара», – тип тәьҫораттары менән бүлешә Виталий. «Ғөмүмән, был илдә спортҡа ыңғай ҡараш ныҡ һиҙелә, – ти Олеся Мәүзир ҡыҙына. – Кешеләр эшкә тиклем, иртәнге етенән әүҙем спорт менән шөғөллә-нә, шул рәүешле физик тороштарын ҡайғырта». Ватандаштарға үрнәк алырлыҡ яҡтары бар тимәк итальяндарҙың...
… Спорт акробатикаһында ярыштар осоро әле башлана ғына. Спортсылар өсөн даими күнекмәләр эшләү, ярыштарға әҙерләнеү ва-ҡыты был. Хәҙер инде Латипова һәм Плешков мастерлыҡ программалары буйынса әҙерләнә. Был тағы ла күберәк көс-тырышлыҡ талап итә. Ҡатнаш парҙы Башҡортостан, Иҙел буйы федераль округы, Рәсәй Беренселектәре этаптары көтә. Алда торған йөкләмәләрҙең береһе – Октябрьскийҙа киләһе йылдың февралендә үткәрергә планлаштырылған Донъя кубогы этабында сығыш яһау. Ҡалабыҙҙың спорт данын үҫтереүсе йәштәргә күтәренке рух, ныҡлы сәләмәтлек һәм яңынан-яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!
Морат СОЛТАНОВ.