+13 °С
Облачно
События и факты
10 Декабря 2021, 11:28

Туймазы пенсионерҙары вакцинацияны һайлай

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 60 йәштән өлкәндәргә прививка яһауҙы мөһим тип иҫәпләй, сөнки улар - хәүеф төркөмөндә. Ололар йышыраҡ ауыр сирләй, улар араһында үлем осраҡтары күберәк.

Пенсия йәшенә еткән күп генә туймазылылар ҙа күбеһе аңлай: ғәҙәти тормошҡа ҡайтыу, сир йоҡтороуҙан һәм сирләүҙән ҡурҡмау өсөн прививка яһатырға кәрәк. Өҫтәүенә хәҙер улар өсөн райондың ветерандар советы бинаһында айырым вакцинация пункты ойошторолған. Оло йәштәге туймазылыларҙы һәр кесе йома бында терапевт һәм шәфҡәт туташы ҡаршы ала. Ҡан баҫымын тикшергәндән, дөйөм хәл тураһында һорашҡандан һуң пенсионерҙарға прививка яһайҙар.

68 йәшлек Андрей Шиц ғүмере буйына Себерҙә эшләгән. Вакцинация яһарға ашыҡманы, Серебҙәге климат шарттары уның организмын сыныҡтырҙы тип иҫәпләне. Әммә бер осраҡ уйландырҙы. Ул яңыраҡ Әстрхандан балыҡ тотоусы дуҫтары менән ҡайтҡан. Баҡтиһәң, компания коронавирус менән зарарланған. Тәүҙә бөтәһе лә үҙҙәрен яҡшы тойған. Бер-бер артлы балыҡсыларҙың температураһы күтәрелә. Андрей Егоровичтың дуҫы ғына сирләмәгән, сөнки сәфәргә тиклем бер нисә аҙна алдан «Спутник V» вакцинаһы яһатҡан.

Ә команданың ҡалған ағзалары үҙҙәренең ныҡлы иммунитетына өмөтләнгән. Шиц яҙмышты һынамаҫҡа һәм прививка яһатырға ҡарар итә.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас