

Туймазы районы ҡоролтайы ағзалары был датаны билдәләп үтте. Легендар комдив Шайморатов бюсы ҡуйылған 1-се гимназияла сәскәләр һалыу акцияһы уҙҙы.
Туймазы районы башҡорттары ҡоролтайының әүҙем ағзалары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм уҡыусылар митингка йыйылды.
Мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәмзин Әбсәләмов билдәләүенсә, бөгөнгө сара - легендар командир Шайморатовҡа хөрмәт күрһәтеү.