+12 °С
Облачно
События и факты
7 Декабря 2021, 12:33

Хеҙмәт министрлығы 2022 йылда республикала минималь эш хаҡы күләмен билдәләне

Киләһе йылда Рәсәйҙә минималь эш хаҡы күләме айына 13 890 һумға тиклем арта. Ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған закон 2022 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә.

Уртаса минималь эш хаҡы күләме 1 мең һумға артты. Башҡортостанда ул 15 973,5 һум була, тип хәбәр итә «Башинформ» агентлығы республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына һылтанма менән.

Тәүҙә федераль бюджет проектына 2,5 процент индексация һалынды, әммә, дәүләт башлығы фекеренсә, был ғына етмәй. Ул уны 8,6 процентҡа күтәрергә ҡушты. Төп дәлилдәрҙең береһе: минималь эш хаҡы күләменең артыуы күп кенә социаль пособиеларҙың, шул иҫәптән балалы ғаиләләргә түләүҙәр һәм пенсияларға өҫтәмәләрҙең үҫешенә йоғонто яһаясаҡ.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас