Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында аңлатыуҙарынса, 65 йәшлек ҡатын зыян күргән. Саҡырыу буйынса килгән ҡотҡарыусылар махсус ҡорал ярҙамында ит үткәргестән ҡатындың ҡулын сығарғандар. Беренсе ярҙам күрһәтелгәндән һуң ҡатын табиптар ҡулына тапшырылған.