+23 °С
Облачно
События и факты
6 Декабря 2021, 06:17

“Хаят-Исмаил” төркөмө «UFTANMA»ла ҡатнаша

Кисәлә йырҙар башҡорт теленең төрлө диалекттарында яңғыраясаҡ.

башҡорттары хәрәкәте, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры 7 декабрҙә «UFTANMA» ижадханаһында башҡорт рок-музыканттарының кисәһен уҙғара.

Сара Башҡорт теле көнөнә арналған “Ете аҙым” марафонын башлап ебәрәсәк. Унда яңы һәм күптән популяр булған рок-композицияларҙың акустик версиялары яңғыраясаҡ, йырҙар башҡорт теленең төрлө диалекттарында башҡарыласаҡ.

М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары Ш. Бабичтың билдәле шиғырҙарын рок-аранжировкала тәҡдим итәсәк. Сараның хедлайнерҙары – билдәле ҡурайсы Роберт Юлдашев, “Хаят-Исмаил” төркөмө  һәм башҡалар.

Сара 7 декабрҙә, 19 сәғәттә Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 62үсе йорт адресы буйынса "Премьера” кафеһында була.

Башҡортостан гәзите.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас