Августа Туймазы-Октябрьский юлының 11-се саҡрымында (Иҫке Туймазы ауылы янында) 60 йәшлек ҡатын машинала мотоциклға юл бирмәгән. Бәрелешеү һөҙөмтәһендә 35 йәшлек мотоцикл водителе алған йәрәхәттәрҙән йән биргән. Сентябрь башында 68 йәшлек Туймазы кешеһе машинаһы менән 85 йәшлек ҡатынды бәргән. Һөҙөмтәлә ҡатын дауаханаға эләккән. Авто- һәм мототехника менән идара итеү хоҡуғына оло йәштәгеләргә сикләүҙәр бармы? Асыҡланыуынса, ҡануниәттә улар юҡ. Рәсәй кешеһе, хатта 100 йыллыҡ юбилейын билдәләһә лә, машина һәм мотоцикл менән идара итә ала. Табиптар әйтеүенсә, оло кешенең реакцияһы һәм иғтибары кәмей.
Комиссия үтеү һәм 60 йәштән һуң водитель таныҡлығы алыу өсөн ҡатындар һәм ирҙәр медицина учреждениеһына бер нисә өҫтәмә документ һәм белешмә бирергә тейеш: ЭКГ (электрокардиограмма), ә хроник ауырыуҙар булғанда - медицина картаһынан күсермә. Әгәр унда пациенттың йыл һайын медицина контроле үтергә тейешлеге яҙылған булһа, машина йөрөтөү хоҡуғын оҙайтыу өсөн медицина белгестәренең раҫлауы талап ителәсәк. "С" категорияһы өсөн талаптар көсәйтелә. Әгәр медицина тикшереүе барышында психиатр, офтальмолог һәм башҡа белгестәр кешенең сәләмәтлеге сикләүҙәрен тапмаһа, алдағы ун йылға хатта 90 йәшлек кешеләрҙә таныҡлыҡ аласаҡ.
- Һуңғы ваҡытта водитель таныҡлығын алырға теләгән пенсионерҙар һаны арта, - ти Туймазы автомәктәптәренең береһенең инструкторы. - Әммә шәхси күҙәтеүҙәр буйынса, күп оло йәштәге граждандар 18 йәше тулған водителдәргә ҡарағанда күпкә һаҡ һәм иғтибарлы була. Паспорттағы һандар бер ни ҙә хәл итмәй. Теләһә ниндәй йәштәге водитель иғтибарлы булырға тейеш. Үҙеңе насар тояһыңмы? Руль артында ултырмағығыҙ.
Туймазы ҡалаһында йәшәгән Йәмил Хәсәновҡа 93 йәш. Ул 1951 йылдан руль артында.
- Мин профессиональ водитель, - тип һөйләй ул. - Автобус йөрөттөм. Һәр саҡ ипле генә йөрөнөм: совет заманында хатта шфер-отличник талоны бар ине. Һуңғы тапҡыр водитель таныҡлығын өс йыл элек алмаштырҙым. Машина йөрөтөүҙән эле генә туҡтаным. Үҙемде насар тоя башланым. Был ҡарарҙы һәр кеше үҙе хәл итергә тейеш, тип иҫәпләйем.
Урындағы ЮХХДИ хәбәр итеүенсә, 2021 йылдың башынан Туймазы районында 25 йәшкә тиклемге водителдәр 248 юл-транспорт һәләкәтенә осраған. 65 йәштән 100 йәшкә тиклемге водителдәр иҫәбендә - 99 юл-транспорт ваҡиғаһы.