Аҡ ҡайын
Өй артында үҫә ап-аҡ ҡайын,
Һомғол ҡайын – күҙҙәр теймәһен!
Әсе елдәр кинәт иҫкән саҡта,
Башҡайҙарын бер үк эймәһен!
Тирә-яҡты йәмлә, ҡайынҡайым,
Һинең хаҡта күпме йыр тыуыр!
Яуыз килеп һиңә йоғонмаһын,
Ҡаршы тороуҙары бик ауыр.
Мәсетебеҙ
Тау башында балҡый мәсетебеҙ,
Ҡапҡалыры асып ҡуйылған.
Йыйылғандар барса ауылдаштар,
Үтә унда “Ҡорбан байрамы”.
Хәйер-саҙаҡалар һала халыҡ,
Байрамға тип килгән балалар.
Мәсет алды шаулап-гөрләп торҙо,
Ҡорбан салды оло ағайҙар.
Ҙур ҡаҙанда тәмле былау беште,
Өҫтәлдәргә өйөлдө һый-хөрмәт.
Самауыр ҙа шыжлап, йырлап торҙо,
Байрам үтте шаулап һәм гөрләп.
Күршем иҫтәлегенә
Яҡын күршем китте донъяларҙан,
Ҡыш айының һалҡын кисендә.
Кинәт китте, уйламаған ерҙән,
Ап-аҡ ҡарҙар яуҙы ул төндә.
Тынды ауыл, илай ауылдаштар,
Илай уның һәр бер күршеһе.
Бер киткәстен, ҡабат ҡайтыуҙар юҡ,
Шунда уның бөтөн әсеһе.
Уңған ине, гел йылмайҙы йөҙө,
Бик ярҙамсыл булды күршегә.
Сабыр булды, бер ҙә зарланманы,
Кинәт кенә ауыр саҡ килһә.
Тырышып көткән донъяң
бушап ҡалды,
Түгелеп илай ғәзиз ҡыҙҙарың.
Ейән-ейәнсәрҙәрең һағынып һорар,
Әхәтең дә,
Яңғыҙлыҡҡа нисек түҙерҙәр?!
...Тыныс йоҡла, күршем Тәнзилә!
Яҡташым Әнис Ғабдрахмановҡа
Һин йәшәйһең ерҙә,
Көслө имән һымаҡ.
Мин һоҡланам эске донъяңа!
Дәртең ташып тора,
Гөрләп йәшә,
Күмелеп йәшә, ҡәҙер-хөрмәткә!
Мин һоҡланам, һинең ижадыңа,
Рухи байлығыңа һоҡланам!
Ижад шишмәләрең һайыҡмаһын,
Яңы үрҙәр көтә, ышанам!