+13 °С
Ясно
События и факты
3 Декабря 2021, 10:45

Башҡортостанда 68 йәшлек ҡатын бала көтә

Баланың донъяға килеүе декабрь аҙағында көтөлә.

Өфөнөң перинаталь үҙәгендә 68 йәшлек ҡатын әсә булырға әҙерләнә. Хәҙер йөклө ҡатын 36-сы аҙнала.

Хәбәр ителеүенсә, ҡатын яһалма аталандырыу процедураһы ярҙамында ауырға ҡалған.

Бөгөнгө көндә донъяла иң өлкән әсә - 70 йәшендә бала тапҡан Һиндостанда йәшәүсе Раджо Деви Лохан. Рәсәйҙә иң оло әсә тип Мәскәүҙән Галина Шубенина иҫәпләнә. Ул ҡыҙын 60 йәшендә тапҡан.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас