Бөгөнгө яҙмам Иҫке Боғаҙы ауылында тыуып үҫкән, ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе тормош девизы итеп бергә ғүмер итеүсе Дамира һәм Ғилемша Сафиуллиндар хаҡында. Уларҙың тормош ҡороп, ғүмер буйы пар күгәрсендәй матур, татыу йәшәүҙәренә быйыл 60 йыл тулды. Сафиуллиндар йәшәүҙең мәғәнәһен, тормоштоң ҡәҙерен белеп, тирә-йүндәргә үрнәк булып донъя көтә. Бар нимәләре лә етеш, тормоштары түңәрәк уларҙың. Ғө-
мүмән, тормошта ҡуйылған маҡ-саттарға ирешеү өсөн, ныҡлы ихтияр көсө, тырышлыҡ, ҡыйыулыҡ кәрәк. был сифаттар Ғилемша ағай менән Дамира апайҙың икәүһенә лә хас.
Был ғаилә миндә сикһеҙ һоҡланыу уята. Ғилемша Ғәлиулла улы ла, Дамира Шәйҙулла ҡыҙы ла йәмле август айында Иҫке Боғаҙы ауылында тыуған. Ғилемша ағайға – 85, Дамира апайға 83 йәш. Уларҙың иң ҙур шатлыҡтары – ике улдары, бер ҡыҙҙары һәм ейән-ейәнсәрҙәре.
– Һуғыш осоро балалары булараҡ, бөтөн ил менән бергә хәйерселекте, аслыҡ-яланғаслыҡты үҙ иңебеҙҙә татып үҫтек. Ул саҡтағы ауыр тормошто иҫкә төшөргәндә йөрәк әрней, – ти Ғилемша ағай. – Беҙ уҡырға ҡыр эштәре тамамланғас ҡына бара инек. Ул йылдарҙа бер кемгә лә эштән ҡалыу рөхсәт ителмәне. Бына хәҙер уйлап ултырам да, ниндәй ауырлыҡтарҙы кисергәнебеҙгә хайран ҡалам.
Ҡайһы ғына тармаҡта эшләһәләр ҙә, уны намыҫ менән башҡара был тырыш кешеләр. Шуға ла хеҙмәттәрен колхоз һәм район етәкселеге юғары баһалай. Бик күп бүләктәргә лайыҡ була улар. Быға ирешеүҙә тормош иптәше Дамира апайға рәхмәтле Ғилемша ағай. Бөгөн бик бәхетле пар улар. “Йәнәшәмдә – һүҙендә тора, башлаған эшен еткерә белгән алтын ҡуллы тормош иптәшем бар. дамирам бик аҡыллы, тыйнаҡ, бына 60 йыл инде матур ғына бергә йәшәп, тормош йөгөн парлап тартабыҙ, – ти Ғилемша ағай. – Туғандарыбыҙ ҙа, дуҫтарыбыҙ ҙа күп. Улар менән аралашып, тормош яңылыҡтары
менән танышабыҙ, хәлдәрен белешәбеҙ, иң мөһиме – үҙебеҙҙең кәрәклекте тоябыҙ. Ҡулдан килгәнсә уларға ярҙам итергә тырышабыҙ. Тупһабыҙҙы атлап ингән кешеләргә ҡараңғы сырай күрһәткәнебеҙ юҡ. Алланың биргәненә шөкөр, тамаҡ туҡ, донъябыҙ бөтөн. Балаларыбыҙға рәхмәт, ҡайтып торалар, үҙҙәре лә игелек күрһендәр. Өйөбөҙҙә бөтә уңайлыҡтар ҙа бар, газ үткән, һыу ағып тора.“
Иҫәнлектәрҙән генә Хоҙай айыр-маһын, бирешә торғандарҙан түгел, көслө рухлы кешеләр Дамира апай һәм Ғилемша ағай. Ҡул ҡаушырып ултырыуҙы белмәйҙәр был йортта. Йорт-ҡуралары төҙөклөгө, тор-
моштарының муллығы – тырыш хеҙмәттәренең һөҙөмтәһе. Баҡсаларында еләк-емештән генә түгел, мул уңышлы, һәр береһе 5-6 килограмға еткән ҡарбуз һәм ҡауындар менән дә һөйөндөрә ейән-ейәнсәрҙәрен олатай менән өләсәй.
Ғилемша ағай менән Дамира апай – йыр-моңға ғашиҡ кешеләр. Ғилемша Ғәлиулла улы “Ихлас” фольклор ансамбленең иң оло ағ-заһы булараҡ Арыҫлан һәм Иҫке Боғаҙы ауылында үткәрелгән бер саранан да ситтә ҡалмай. 85 йәшендә лә матур итеп, көр тауышы менән халыҡ йырҙарын башҡара, уларҙы йәш быуынға еткерә.
Тынғыһыҙ йәнле, тыуғандары-ның, тыуған еренең, ғаиләһенең, ауылдаштарының ҡәҙерен белеп йәшәүсе Сафиуллиндар ғаиләһенә ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, йән ты-ныслығы теләйбеҙ.
Дамира Ҡотоева.