+24 °С
Ясно
События и факты
2 Декабря 2021, 10:13

Йәшнәп йәшәне, янып ижад итте

Баҡалы районы гүзәл тәбиғәте менән генә түгел, һәләтле, намыҫлы, хеҙмәт һөйөүсән һәм ҡаһарман кешеләре менән дә дан тота. Тап бына ошондай кешеләрҙең береһе – күренекле драматург, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нәжиб Асанбаев (Николай Васильевич Асанбаев).

Нәжиб Асанбаев 1921 йылдың
7 ноябрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе, хәҙерге Башҡортостан Рес-публикаһының Баҡалы районы Ахман ауылында тыуған. Әҙип Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. 1941 йылда Рязань артиллерия училищеһын тамамлағандан алып һуғыш аҙағына тиклем артиллерия батареяһы командиры була. Беренсе һәм Икенсе дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, хәрби миҙалдары уның ғәйрәтле һуғышсы, үҙ илен яҡшы яҡлаусы булғанын күрһәтә. Бөйөк Ватан һуғышы бөткәс, дүрт йылдан һуң ғына демобилизациялана.

Һуғыштан һуң Нәжиб Асанбаев "Ҡыҙыл таң" республика гәзитендә эш башлай – әҙәби хеҙмәткәр һәм әҙәби бүлек мөдире була. 1950-1959 йылдарҙа Октябрьский һәм Салауат ҡалаларында ошо уҡ гәзиттең үҙ хәбәрсеһе эшен башҡара. 1959-1961 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театры директоры вазифаһын үтәй. Шунан һуң әүҙем ижад менән шөғөлләнгән, бер нисә прозаик, хикәйәләр тупланған йыйынтыҡтар сығарып өлгөргән Н.Асанбаев 1961-1963 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа уҡый. Уларҙы тамамлағас, ике йыл Башҡорт академия драма театры директоры булып эшләп ала ла бөтөнләйгә ижадҡа күсә – күбеһенсә драматургия өлкәһендә ижад итә.

Яҡташыбыҙ Ватан һәм милли драматургияны үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Уның ижады башҡорт драматургияһы классикаһы һәм республикалағы күп милләтле мәҙәниәттең сағыу кәүҙәләнешенә әүерелде. Нәжиб Асанбаев тарафынан ижад ителгән әҫәрҙәр башҡорт әҙәбиәтенең һәм театрының алтын фондына инде. Совет дипломаты, яҡташыбыҙ Кәрим Хәкимовтың яҙмышы тураһындағы «Ҡыҙыл паша»  пьесаһы ижадында айырым урын биләй. Уның буйынса ҡуйылған фильм-спектаклде 22 ғәрәп иле тамашасыһы ҡараны. Н.Асанбаевтың «Ҡанаттар нығын-ғанда», «Ҡыҙыл паша» драмалары, «Беҙгә егеттәр килде», «Кәләш әйттергәндә», «Күктән төшкән бәхет», «Һыу юлы», «Киң урамдар тар ине» комедиялары, «Рәйсә», «Фәйзи», «Алтын бишек», «Таң йондоҙо», «Зәйтүнгөл», «Көҙән башҡорто» пьесалары һәм башҡа бик күп әҫәрҙәре республика театрҙары репертуарының йөҙөк ҡашына, тамашасыларҙың яратҡан спектаклдәренә әүерелде.  Уның әҫәрҙәренең геройҙары  ысын тормоштан алынған, уның яҡшы дуҫтары, таныштары, ауылдаштары. 

Нәжиб Асанбаев һәр ваҡыт районыбыҙҙа булырға, яҡындары, тыуғандары, райондаштары менән аралашырға яратты. Бөйөк драматург менән осрашыуҙы мәктәп уҡыусылары ла һәр саҡ көтөп ала ине. Район тормошо менән һәр ваҡыт ҡыҙыҡһынып торҙо.Үҙе лә яҡташтары ихтирамын һәм һөйөүен тойоп йәшәне. Нәжиб Асанбаев – Баҡалы районының почётлы гражданы. Тыуған ауылындағы Ахман мәктәбендә уның музейы бар.

Нәжиб ағай йәшнәп йәшәне, янып ижад итте. Ғүмере буйы башҡорт мәҙәниәтенә, театр сәнғәтенә тоғро ҡалды. Күңел байлығы, кешеләргә ярҙам  итә алыуы менән бәхетле йәшәне.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас