+12 °С
Облачно
События и факты
1 Декабря 2021, 11:56

Әсәй, ҡыҫылма!

Туймазы драма театрында XXX миҙгел Асанбаев пьесаһы буйынса "Һыу юлы" спектакленең премьераһы менән асылды.

"Һыу юлы" - ауылдаштар Йософ һәм Зөләйха тураһында комедия. Ҡауышып,  өйләнешкәндән  һуң  улар Йосыфтың  тыуған  ауылына  күсеп  ҡайта.  Был спектакль  мәхәббәт  һәм  ерҙә  йәшәү  шатлығы,  ата-әсәнең  уйламыйынса  ҡыҫылыуы  йәш  ғаилә  тормошон  тарҡалыуға  килтереү  тураһында.  Тамашасы  комедияне  йылы  ҡабул  итте.

 

- 50 йылдан ашыу элек яҙылған пьеса бөгөн дә актуаль һәм фәһемле , - тине  күптән  түгел  ҡыҙҙарын кейәүгә  биргән  тамашасылар залынан сыҡҡан Светлана һәм Зөлфиә. - Комедияны ҡарағандан һуң, үҙебеҙ өсөн һығымта яһаныҡ: ата-әсәләр йәштәрҙең тормошона ҡыҫылырға тейеш түгел. Уларҙы кәңәш бирергә мөмкин, әммә тормоштарын нисек төҙөргә кәрәклеген хәл итергә беҙ хаҡлы түгел. Балаларыбыҙға тамашаны ҡарарға кәңәш итәбеҙ, сөнки ул ир менән ҡатындың тормошон яйға халырға, бер - береһен яратырға һәм ғәфү итергә өйрәтә.

Был тамаша - Нәжиб Асанбаевтың әҫәрҙәре буйынса Туймазы сәхнәһендә ҡуйылған өсөнсө спектакль. Премьераға пьеса авторының саҡырыу йолаһы бар. Драматургтың Туймазыға килгәне була. Ә был юлы уның ҡыҙы Әлфиә Солтанова килде.

- Атайым 2013 йылда вафат булды, һәм мин уны әле лә юҡһынам. Туймазы театры артистары менән тәүгә осрашам. Беҙ бер нисә сәғәт кенә аралаштыҡ, әммә ошо ваҡыт эсендә мин уларҙың атайымды яратыуын һәм уның ижадын яҡшы белеүен аңланым. Бөгөн мин ҡараған комедия, иҫ киткес постановкаһы өсөн рәхмәт уларға, - тине Солтанова.

Спектаклде режиссер Азат Надир улы Йыһаншин сәхнәләштергән.

- Быйыл драматург, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаевтың тыуыуына 100 йыл тула. Минеңсә, юбилей йылында уның пьесалары республиканың барлыҡ театрҙарында ҡуйылырға тейеш, - ти ул. - Улар изге, кешелекле, хатта кире геройҙар ҙа үҙҙәренә һөйөү уята. Был драматургтың ҙур йөрәге хаҡында һөйләй. Ни  өсөн  “Һыу  юлын”  Һайланым?  Халык  мәшәҡәттән,  проблемаларҙан  арыны.  Бында  иһә сюжет элекке  совет  киноларындағы  кеүек  –  еңел,  көлкәлә.  Бҙз  барыбыҙ  ҙа  күңелебеҙҙә  бала,  тамаша  тап  ошоно  иҫебезгә  төшерә.

- Мин  бик  теләп  Зәмзәмбикәне  уйнаным, - ти былтырғы театр миҙгеле йомғаҡтары буйынса иң яҡшы актриса тип танылған Гөлназ Латипова. - Ике ҡыҙ әсәһенең борсолоуы аңлашыла. Һәр ата-әсә балаларына бәхет кенә теләй бит. Әмма  был  юлы  ҡәйнә артығын  ҡыланып,  саҡ  ҡыҙын  бәхетһеҙ  итмәй. Миҙгел асыу хөрмәтенә театрҙың алдынғы артистары грамоталар һәм премиялар менән билдәләнде. Иң яҡшы ир-егет роле өсөн Данил Нуриханов, иң яҡшы сәхнә образы өсөн Илсур Миңлеғәлинды бүләкләнеләр. Маргарита Сидорова һәм Алһыу Вәлиева ла маҡтауға лайыҡ булды.

 

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас