+17 °С
Облачно
События и факты
23 Ноября 2021, 06:59

Туймазыла коронавирус менән ауырығандан һуң ир һәм ҡатын вафат булған

Улар оҙаҡ һәм бәхетле йәшәгән һәм бер көндә үлгән. Фажиға тураһында Туймазыла ковид госпиталенең табип-терапевы Эльзара Талипова һөйләне.

- Тәүҙә беҙгә гипертония һәм үпкәһе зарарлаған (70% самаһы) ирҙе килтерҙеләр - уны шунда уҡ реанимацияға күсерҙек. Ә һуңынан уның ҡатынын килтерҙеләр. Уның ауырыуҙары күп ине: диабет, гипертония... Реанимацияла икеһе лә бер ай самаһы булды улар. Бер ваҡыт ирҙең хәле наҡ насарайҙы. Ул киске сәғәт ун тирәһендә үлеп китте. Ә иртәнсәк ҡатыны ла вафат булды. Иргә 61 йәш, ҡатынға 60 йәш ине. Икеһе лә вакцина эшләтмәгән. Уларҙың ауырыуҙары менән прививкаға яһарға була ине бит!

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас