Агата Полудина - 2021 йылда Октябрьский ҡалаһы буйынса ЗАГС бүлегендә теркәлгән меңенсе бала. Полудиндарҙың ғаилә календарында тағы бер мөһим датаға барлыҡҡа килде. 12 ноябрҙә Екатерина һәм Ярославтың өсөнсө сабыйы тыуған. Һеңлеләре тыуыуға ете йәшлек Мирон һәм биш йәшлек Варвара бик шат.
- Беҙ бик бәхетле, сөнки хәҙер беҙҙә өс шәп бала бар, - ти Екатерина. - Сабыйыҙ ҡалала меңенсе бала булып тыуғанын белгәс, шатландыҡ – был яҡшы билдә. ЗАГС бүлегенән тыуыу тураһында таныҡлыҡты атайыбыҙ барып алды.
Күп балалы әсә тегеү ательеһы менән етәкселек итә һәм яҡын арала ул эшкә сығырға ниәтләй. Ире һәм өлкән балалары өйҙә ярҙам итәсәк.
Октябрьский ҡалаһы буйынса ЗАГС бүлеге белгестәре күп балалы ғаиләне ысын күңелдән ҡотланы.