+19 °С
Облачно
События и факты
16 Ноября 2021, 04:39

Өфөлә коронавирустан вафат булған Бибисара Азаматоваға бағышланған хәтер кисәһе була

Өфөлә 19 ноябрҙә коронавирустан вафат булған башҡорт эстрада йырсыһы Бибисара Азаматованың яҡты иҫтәлегенә бағышланған концерт була.

 Ошо хаҡта мәғлүмәт Башҡорт дәүләт филармонияһы сайтында баҫылған.

"Яратҡан йырсыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алабыҙ, уның яҡты иҫтәлегенә бағышлайбыҙ был сараны, хәтер кисәһе иғлан итәбеҙ", - тип хәбәр ителгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яратҡан халыҡ йырсыһы беҙҙең аранан 2020 йылдың 20 ноябрендә  китте. Бибисара Азаматова 1949 йылдың 21 октябрендә Башҡортостандың Баймаҡ районында тыуған. Уның карьераһы сәхнә менән генә бәйле түгел - ул хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың  аҙыҡ-түлек индустрияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды. Бибисара Азаматова башҡорт йырҙарын моңло һәм үҙенсәлекле итеп башҡара ине.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас