Күлдә бөтөнләй аҙ ғына аҡҡоштар ҡалған ине. Күҙәтеү мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл күлдә иң күп аҡҡоштар 31 октябрҙә булған - 177 ҡош. Көньяҡҡа китер алдынан бер төркөм аҡҡоштар унда ялға туҡтаған.
Аҡҡоштар ҙур булмаған төркөмдәр менән юлға ике аҙна буйы ҡуҙғалған.
Бөгөн термометр -18 градус күрһәтә. Күл боҙ менән ҡапланды.
Көҙҙәрҙән һуң яҙҙар килмәй,
Алда – һалҡын, аҡ ҡыштар.
Китәһеҙҙәме ни,
Китәһеҙҙәме ни,
Китәһеҙҙәме ни, аҡҡоштар?