+20 °С
Облачно
События и факты
12 Ноября 2021, 06:20

Туймазы йәшәгән кеше күршеһен ҡотҡарған

Кисә кис янғын сыҡты, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан.

11 ноябрҙә Туймазы ҡалаһында Аксаков урамындағы бер йортта янғын сыҡты. Киске сәғәт 9-ҙа өс бүлмәле фатирҙа янғын сыға. Был ваҡытта унда 1959 йылғы ир кеше булған. Күршеләре оло йәштәге ирҙең аяҡтары ауыртҡанын белгән. Йортта йәшәүселәрҙең береһе Александр Багурин ут күреп, ишекте бәреп асҡан һәм күршеһен урамға алып сыҡҡан. Зыян күргән пенсионерҙың бите һәм ҡулдары бешкән. Ваҡиға урынына килгән Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре янғынды һүндерҙе. Әлеге ваҡытта дознаватель янғындың барлыҡҡа килеү сәбәптәрен асыҡлау менән шөғөлләнә.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас