+12 °С
Облачно
События и факты
11 Ноября 2021, 11:05

Туймазыла ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһенә Салауат Юлаев ордены тапшырылды

Туймазы районында ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләү тантанаһы үтте.

Баҫыу һәм ферма хеҙмәтсәндәрен "Башҡорт" агрохимия хеҙмәте үҙәге етәксеһе Данис Фазыльянов ҡотланы.

Данис Фазыльянов аграрийҙарҙың уҙып барған йылдағы эшенә йомғаҡ яһап, туймазылар был юлы ауыл хужалығы продукцияһын етештереү күләмдәре буйынса үҙенең алдынғы позицияларын ҡалышманы - улар Өфө районынан ҡала икенсе урынды биләй, тип билдәләне.

Район хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов аграрийҙарға уңышлы эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Туймазылар быйыл тәбиғәт барлыҡҡа килтергән бөтә һынауҙарҙы уңышлы үтәүҙән тыш, заманса технологиялар индереүҙе, аҡсаны ауыл хужалығы етештереүенең яңы йүнәлештәренә инвестициялауҙы дауам итте.

Ауыл хужалығының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт һәм ведомство наградалары тапшырылды. "Бишенде" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Вингаль Усман улы Фазлиәхмәтов юғары наградаға лайыҡ булды. Уға Салауат Юлаев ордены тапшырылды. "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре" исеме район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рөстәм Динар улы Мөхәмәтдиновҡа бирелде.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас