+13 °С
Облачно
События и факты
9 Ноября 2021, 06:50

Туймазы крайҙы өйрәнеүсе халыҡ иҫәбен алыу барышында үҙен саами тип һанаған

Тыуған яҡты өйрәнеүсе Юрий Бирюзов Туймазы районының Ҡандра ауылынан. Ул үҙен Себерҙәге төп аҙ һанлы халыҡтың вәкиле - саами тип атай.

Милләт тураһында һорау һәр иҫәп алыу кампанияһы барышында күтәрелә. Әгәр кеше ҡатнаш ғаиләлә тыуған икән, ул үҙен ниндәй этносҡа иҫәпләргә кәрәклеген үҙе билдәләй ала, тип иҫәпләй Юрий Леонидович.

- Атайым күп йылдар элек милицияға хеҙмәт итергә ингәндә уның милләтен үҙгәртергә тәҡдим итәләр, ул фин-уғыр халҡының вәкиле, милләтен рус тип яҙҙыра, - тип иҫкә төшөрә крайҙы өйрәнеүсе Юрий Бирюзов.

- Шуға күрә беҙ, уның балалары, һуңынан ейәндәре лә документтарға ярашлы рус милләте вәкилдәре булып киттек. Әммә әлеге халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында мин тәүге тапҡыр саами булып яҙылырға булдым. Быға мине шәжәрәмде өйрәнеү этәргес булды. Шәжәрә төҙөгәндә, мин бик күп ҡыҙыҡлы факттарҙы белдем. Мәҫәлән, минең ҡартөләсәйем Анна Павловна Кольск ярымутрауында тыуған һәм үҫкән. Был ауылда йәшәгән халыҡ балыҡ тотоу һәм һунарсылыҡ менән шөғөлләнгән.

- Әгәр кеше ҡатнаш ғаиләлә тыуған икән, ул үҙен ниндәй этносҡа иҫәпләргә кәрәклеген үҙе билдәләй ала, - тип иҫәпләй Юрий Леонидович. - Һәр беребеҙ халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашырға тейеш, тип иҫәпләйем. Беҙ быуаттар буйына тыныслыҡта һәм йөҙҙәрсә милләт йәшәгән Рәсәйҙә йәшәйбеҙ. Һәр кем үҙенең телен, мәҙәниәтен, милли ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыу мөмкинлегенә эйә. Илебеҙ халыҡтар дуҫлығы менән ныҡлы, ә был - дәүләттең мөһим үҫеш шарты.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас