+20 °С
Облачно
События и факты
1 Ноября 2021, 05:31

Башҡортостанда бер ир бәләкәй ҡыҙҙы машинала алып киткән

Педофилды ҡулға алғандар ҙа инде.

Енәйәт Бүздәк районында ҡылынған. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, ир үҙенең Lada Largus автомобилендә балыҡҡа барырға йыйынған. Әммә үтеп барған ауылда ул ике баланы осрата. Һигеҙ йәшлек малай менән ҡыҙ мәктәптән һуң өйөнә ҡайтып барғандар. Ир балаларҙы өйөнә машинала ҡайтарып ҡуйырға тәҡдим иткән. Малайҙы ул ысынлап та өйөнә ҡайтара, ә ҡыҙыҡайға машинала йөрөп килергә тәҡдим иткән. Бала менән яңғыҙ ҡалғас, йыртҡыс ҡыҙыҡайҙы көсләгән.

Шишмә Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, педофил тотолған дә инде. Ул Бәләбәй районынан 57 йәшлек ир булып сыҡҡан.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас