Инзили әйтеүенсә, ул танауының формаһын үҙгәртергә күптән хыялланған.
- Күп кенә ҡыҙҙарҙа комплекстар бар, һәм мин дә шулар рәтендә, - ти ул. Радик Юлъяҡшин ҡатыны яҡлы. Социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡыҙ дауахана палатаһынан фотоһын ҡуйған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йәштәр сентябрь башында өйләнеште. Радик менән Инзиләнең туйы Өфөлә үтте. Унда Татарстандың һәм Башҡортостандың билдәле музыканттары, шулай уҡ республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.