+18 °С
Ясно
События и факты
27 Октября 2021, 11:29

Туймазы районында тәүлек эсендә коронавирус менән 63 пациент ауырыған

Муниципалитетта сирлеләр тураһында көнүҙәк мәғлүмәтте Туймазы районы башлығы Айҙар Суфиянов социаль селтәрҙә баҫтырып сығарҙы.

27 октябргә Туймазы районында коронавирус йоҡторған 5873 кеше теркәлгән. Һуңғы тәүлектә раҫланған диагнозлы 63 пациент асыҡланған. Инфекция госпиталендә 167 кеше дауалана. Районда 1571 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.

 Районда ковидҡа ҡаршы сикләүҙәрҙе үтәү эше дауам итә. Хакимиәт хеҙмәткәрҙәре Роспотребнадзор менән берлектә ҡаланың магазиндарында һәм сауҙа үҙәктәрендә рейдтар үткәрә. Был айҙа ғына урындағы ойошмалар өҫтәмә санитар-эпидемиология сараларын үтәү тураһында 24 күрһәтмә алған. Тәртип боҙоусыларға штраф һәм эште туҡтатыу янай.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас