+14 °С
Дождь
События и факты
27 Октября 2021, 11:15

Туймазы предприятиеларында вакцинация үтә

Ошо көндәрҙә медиктар бригадаһы "Корона" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды.

Был компания хеҙмәткәрҙәре өсөн вакцина эшләү ойошторолған. Медиктарҙың күсмә бригадаһы компания хеҙмәткәрҙәренең кислород кимәлен һәм температураһын тикшергәндәр, һуңынан вакцинацина яһағандар.

- Процедураларҙан һуң барлыҡ хеҙмәткәрҙәр үҙҙәрен яҡшы тойҙо, - тип билдәләне предприятие директоры Рәмил Мәмлиев.

- Эшселәрҙең 80% коронавирусҡа ҡаршы вакцинация үтте, - тип өҫтәне компания етәксеһе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл май айында "Корона" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт Туймазы үҙәк район дауаханаһына вакцина ташыу өсөн һыуытҡыс бүләк итте.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас