+20 °С
Облачно
События и факты
26 Октября 2021, 11:59

Туймазы районында участка терапевы көн һайын 50-гә яҡын пациентты ҡабул итә

Туймазы районының Серафимовка ауылында Швалёваның 55-се терапевт участкаһында ике меңгә яҡын кеше йәшәй.

Серафимовка дауаханаһы. Ҡабул итеү башланырға бер сәғәт бар, әммә пациенттар терапевт Швалёваның кабинеты алдында йыйыла. Улар беләләр: хәҙер Наталья Николаевна уларҙы ҡараясаҡ, ярҙам итәсәк. Участкала йәшәүсе ике мең кешенең күбеһе оло йәштәге кешеләр. Күпселектең хроник ауырыуҙары бар. Ҡышын - ОРЗ һәм грипп, миҙгел араһында бөйөр, яҙ - панкреатит мәле. Йәйен, әлбиттә, гипертонияға - бөтә баҡсасыларҙың тоғро юлдашына зарлана улар.

Һигеҙ йыл эшләгәндән һуң терапевт пациенттарҙы йөҙөндә таныуҙан тыш, уларҙың исемдәрен һәм бөтә диагноздарын да иҫләй.

- Беҙҙең эш бер ҡасан да еңел булманы, - ти доктор. Ләкин пациенттарҙың рәхмәт һүҙҙәре һәм яҡты йөҙҙәре - беҙҙең иң ҙур бүләк.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас