+13 °С
Облачно
События и факты
25 Октября 2021, 07:20

Туймазы районы башлығы халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашты

Туймазы районы башлығы Айҙар Суфиянов Төбәнкүл биҫтәһендә иҫәп алыу пунктында булды.

- Район етәксеһе булараҡ, мин ошондай ҙур сараның нисек үткәрелеүен ҡарарға тейешмен. Шуға күрә мин иҫәп алыу участкаһына килдем дә, - тине Айҙар Рифғәт улы. - Туймазы халҡын Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнашыуығыҙҙы һәм ситтә ҡалмауығыҙҙы һорайым. Уның һөҙөмтәләре буйынса мөһим дәүләт программалары ҡабул ителәсәк. Дауахана һәм мәктәптәр төҙөргә, торлаҡ төҙөргә йәки яңы эш урындары асырға кәрәклеге аңлашыла. Мәҫәлән, 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары буйынса әсәлек капиталы кеүек дәүләт ярҙамы сараларын индереү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас