+13 °С
Ясно
События и факты
21 Октября 2021, 10:46

Туймазы районында халыҡтың 56 проценты вакцинацияланған

Бөгөн район хакимиәтендә муниципалитетта коронавирус менән бәйле хәл буйынса сираттағы брифинг үтте.

Бөгөн район хакимиәтендә муниципалитетта коронавирус менән бәйле хәл буйынса сираттағы брифинг үтте. Атап әйткәндә, прививка кампанияһы барышы тикшерелде. 21 октябргә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, районда вакцинаның тәүге компоненты менән 45 мең кеше прививка яһатҡан, был вакцинацияны талап иткән бөтә халыҡтың 56 процентын тәшкил итә. Пандемия башланғандан алып районда COVID-19 менән сирләүҙең 5,4 мең осрағы теркәлгән. Һуңғы тәүлектә 105 кешегә артҡан. Әле 240 пациент ковид-госпиталдә ята, уларҙың 20-һе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда вирус таралыуына бәйле ҡатмарлы хәл күҙәтелә. Сирлеләр 650 кешенән артҡан. Үлем осраҡтары тәүлегенә 35 пациенттан түбән төшмәй.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас